Хыялына өлгәшер ул01.08.2015
Хыялына өлгәшер ул Бөйөк Британияның Глазго ҡалаһында инвалидтарҙың донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы алтын миҙал яуланы. Команда сос­тавында Өфө егете Богдан Мозговойҙың булыуы ла – ҡыуаныслы күренеш.


Яҡташыбыҙҙы ҙур еңеүе менән беҙ ҙә ҡотларға ашыҡтыҡ. Телефонды спортсының олатаһы алды. Рәйес Низамов сығышы менән үлемһеҙ батырыбыҙ төйәгенән – Салауат районының Әлкә ауылынан.
– Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине ул, ҡыуанып. – Ейәнебеҙҙең уңышы өсөн шатланып бөтә алмайбыҙ. 14 йәштә донъя чемпионы булсы әле! Республика йөҙөүселәре араһында бындай рекорд ҡуйған кеше юҡ ине. Әлегә Богдан өйҙә юҡ шул, бассейнға китте.
Аңлашыла: һәр өлкәлә лә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшәйем тиһәң, өҙлөкһөҙ хеҙмәт, ныҡышмалыҡ кәрәк. Рәйес Хисам улы һөйләүенсә, ейәне тап шундай сифаттарға эйә.
– Бәләкәйҙән иртәнге 6-сы яртыла уҡ тороп күнекмәләргә йүгерә торғайны. Унан ҡайтҡас, мәктәпкә йүнәлә, – тине ул.
Дүрт йәштән йөҙөү менән шөғөлләнә башлаған Богдандың күпселек ваҡыты бассейнда, ярыштарҙа үтә тиерлек. Сит ергә ял итергә барһалар ҙа, диңгеҙгә, һыуға яҡыныраҡ урынды һайларға тырыша.
– Ейәнебеҙ бик иғтибарлы, ҡайҙа ғына бармаһын, бөтәбеҙгә лә бүләктәр алып ҡайтырға тырыша, дәрестәрҙе күп ҡалдырырға тура килһә лә, яҡшы уҡый, – тип һүҙен дауам итте бәхетле олатай. – Киләсәктә Паралимпия уйындарына эләгеү хыялы менән йәшәй.
Тап шундай аҫыл сифаттарға эйә кешеләр ҡуйған маҡсатына өлгәшә лә инде. Уңыштар һиңә, Богдан!


Вернуться назад