“Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Наил Әхтәмовтың “Нива” машинаһында Ҡырҙас ауылы янындағы ферманың ҡышҡа әҙерләнгән мал аҙығын ҡарағас, баҫыуға юл алабыҙ. Нисәмә йыл буйы ҡоролоҡтан интеккән халыҡ бында рәхәтләнеп бесән әҙерләй.– Быйыл уңыш мул, — тип һөйөнә Наил Зиннәт улы. — Хужалыҡ ерҙәре райондың төрлө мөйөшөндә.Ҡырҙас малсылыҡ буйынса махсуслашһа, иген баҫыуҙары – төбәктең икенсе сигендә. Шуға күрә көн буйына машинанан төшмәй, елдереп йөрөргә тура килә. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡаһында Ирәндек буйында етерлек бесән әҙерләй алмай йонсоноҡ. Ҡыш фермаға мал аҙығын йөҙәр саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдан ташырға тура килде. Транспорты ла, яғыулығы ла ҡиммәткә төштө. Әле бесәнде төргәктәргә тултырабыҙ, сенаж һалабыҙ, эҫкерт ҡоябыҙ.
Эҫкерт тигәндәй, һуңғы йылдарҙа хужалыҡтарҙа был һүҙ бөтөнләй онотолдо тиһәк тә була. Элегерәк фермаларҙа береһенән-береһе ҙурыраҡ, бейегерәк кәбән, эҫкерттәр теҙелешеп ултырһа, бөгөн уларҙы төргәктәге бесән алмаштыра.
Нотой баҫыуында ҡандала үләне күпереп үҫкән. Хатта сапҡан саҡта тракторҙың салғыһы ала алмай, тығылып ултыра. Шулай ҙа эштең артыуына зарланмай Исмәғил Ҡолдәүләтов менән Варис Вәлиев, киреһенсә, бесәндең мул булыуына һөйөнәләр генә. Ҡырҙас бүлексәһе мөдире Фәрит Бикйәновтың да күңеле көр күренә.
– Иртәнән кискә ҡәҙәр бесән әҙерләйбеҙ. Техника яңы, яғыулыҡ менән өҙөклөк юҡ, егеттәр егәрле, эш ырамлы бара, — ти ул. — Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл сенаж етерлек буласаҡ.
Кәбән башында торған Вилдан Ғәлимйәновтың ҡулдарына күҙ эйәрмәй: трактор һәнәге күтәргән бесән өйөмөн тиҙ генә эләктәреп алып, рәтләп һалып та ҡуя. “Һә” тигәнсә бер эҫкертте осланы ла ҡуйҙы егеттәр.
Мал аҙығы туплау менән бер рәттән ҡураларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү эше лә башланған: кәртәләр таҙартылған, ферма эсенә дезинфекция үткәрелгән, ағартыу бара...