“Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе быйыл 15 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо дәүерҙә унда бер мең ярымдан ашыу педагог ҡатнашҡан. Быйылғы конкурста иһә 52 уҡытыусы үҙ көсөн һынаны.
Сара ике турҙа булды. Тәүгеһендә ҡатнашҡандар үҙе төҙөгән педагогик проекттың исем туйын, таныш булмаған класта дәрес һәм класс сәғәте үткәрҙе. Икенсе турға сыҡҡандар иһә, лекция һөйләп, фекер алышыуҙа ҡатнашып, һөнәри оҫталығын күрһәтте.
Быйыл педагогтарға заманса мәғлүмәт технологияһын ҡуллана белеү кимәлен күрһәтеү мөмкинлеге лә асылды — конкурсҡа “Иң яҡшы интернет-проект” тигән яңы номинация өҫтәлде.
— Һынауҙы һәр уҡытыусы лайыҡлы үтте, — тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. — Мәғариф өлкәһендә ниндәй генә үҙгәреш булмаһын, уҡытыусының, тәрбиәсенең мәнфәғәттәре тәү сиратта хәстәрләнергә тейеш — уларҙың социаль хәлен яҡшыртыу менән бер рәттән һөнәри оҫталығын да үҫтерергә бурыслыбыҙ. Әлеге конкурста көс һынашҡан педагогтарыбыҙҙың да киләсәктә йәмғиәт үҫешендә, заманса белем биреүҙең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашырына ышаныс ҙур.
Конкурста заманса алымдар менән эшләүселәргә өҫтөнлөк бирелде. Мәҫәлән, уҡытыусылар араһында ғилми эш менән шөғөлләнеүселәр бар. Әйтәйек, 83-сө лицейҙа һәм Ор Авнер йәһүд мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Евгения Зыятдинова комиссияға “Профилле белем биреү учреждениелары уҡыусыларында проект методикаһы сараһы ярҙамында коммуникативлыҡ формалаштырыу” исемле яңыса белем биреү проектын тәҡдим иткән. Педагог тиҙҙән тап ошо тема буйынса диссертация эшен яҡлаясаҡ. Евгения Вячеславовна уҡыусылар менән өҫтәмә дәрестәр ҙә алып бара — “Журналистика һәм урыҫ теле”, “Телмәр стилистикаһының үҙенсәлектәре” тигән темаларға электив курстар үткәрә. Эшмәкәрлегендә заманса алымдар ҡулланған Е. Зыятдинованың хеҙмәте юғары баһаланды — маһир уҡытыусы “Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсының еңеүсеһе тип табылды, уға автомобиль асҡысы тапшырылды.
“Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында иһә тәүге урынды М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Миңдиниса Ғәзизуллина яуланы. Ә 93-сө лицейҙан Татьяна Шумулинская — “Иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, 64-се гимназиянан Гүзәл Ҡурамшина — “Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, 159-сы мәктәптән Михаил Сиухов “Иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды.
Дилбәр ИШМОРАТОВА