Изге һүҙ29.07.2015
Ейәнсура районы

Изге һүҙ

“Бисмилләһ” менән уянам,
Торам “бисмилләһ” менән,
Өҫтәл янына ултырам
“Бисмилләһ” менән гелән.

Башланған һәр яңы эшкә
“Бисмилләһ” тип тотонам,
“Бисмилләһ” тип, бар күңелһеҙ
Уйҙарымдан ҡотолам.

Төн еткәс, “бисмилләһ” тип
Ҡулға алам мендәрем.
Иртәгә лә көтһөн мине
“Бисмилләһ”ле көндәрем!

Ғайсар ҠАНСУРИН,
Байыш мәктәбе уҡыусыһы.







Өфө ҡалаһы

Ҡарлуғасҡа һоҡланып...

Беҙҙең һарай башына
Ҡарлуғас ояланы.
Көн һайын ҡошсоҡ беҙгә
Матур көйҙәр һайраны.

Уның оҫта осоуына
Мин ҡараным һоҡланып.
Ҡошсоҡ бушҡа осмай икән,
Баҡһаң, йөрөй туҡланып.

Бына, оҙаҡ көттөрмәйсә,
Алтын көҙ килеп етте.
Һуңғы көйөн һайраны ла
Ҡарлуғас осоп китте.

Әсғәт ЙӘҺҮҘИН,
Республика башҡорт
лицей-интернаты уҡыусыһы.







Бөрйән районы

Донъя йылмая


Йәйге урманда торамын,
Ҡоштар тауышын тыңлап,
Аһәңле моңдарына
Үҙем ҡушылып йырлап.

Ҡошсоҡтарҙың тауышы
Серле, шундай яғымлы,
Күңелдә һаҡланырлыҡ,
Йөрәктәргә ятымлы.

Улар беҙҙе ҡыуандыра,
Яҡтырып китә донъя.
“Сут-сут” иткән тауыштарҙан
Бар тирә-яҡ йылмая.

Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА,
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы.








Күгәрсен районы

Ағинәй кеүек үҙе

Йыш ҡына булам мин
Өләсәйҙә ҡунаҡта.
Уны бик ихтирам итәм,
Ул да мине ярата.

Ҡапҡаны асып инһәм,
Өләсәйем ҡаршылай
Һәм олатайға әйтә:
– Самауырҙы ҡуй, бабай!

Арҡамдан гөпөлдәтеп,
Мине яратып ала,
Самауыры ҡайнағансы
Хәлемде һорай һала.

Бал, ҡорот, ҡаймаҡ менән
Тәмле сәйҙәр эсәбеҙ.
Мәтрүшкә еҫенә тулған,
Нурланған өй эсебеҙ.

Алтынға алмаштырғыһыҙ
Өләсәйҙең һәр һүҙе.
Иманлы булырға әйҙәй –
Ағинәй кеүек үҙе.

Сәйе тәмле, һүҙе татлы
Өләсәйҙәр йәшәһен!
Кескәйҙәр аҡыл-зиһен,
Тәрбиә алып үҫһен.

Алина ӘМИРҒӘЛИНА,
Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.






Ишембай районы

Яратып үҫтерҙеләр

“Ҙур үҫ, кеше бул!” – ти миңә атайым менән әсәйем. Изге теләкте улар туған телдә әйтә.
Ҡәҙерлеләрем мине иркәләп, яратып үҫтерҙе. Гел йыр, әкиәт тыңлап йоҡлап китә инем. Хәҙер инде ҙур үҫтем, атай-әсәйемә гел ярҙамлашам. Йәйгеһен ҡаҙ, өйрәк бәпкәләрен ҡарайым, көтөүҙән малды ҡаршы алам, бесән әҙерләшәм, көҙгөһөн иһә эш тағы ла күбәйә. Мәктәптән һәр саҡ йүгереп ҡайтам, сөнки өйҙә мине иң ҡәҙерле кешеләрем көтә.

Илшат ДҮСӘЛИН,
Этҡол мәктәбе уҡыусыһы.





Борай районы

Тәмле аш-һыуы көтә

Өләсәйемде яратам,
Ул – иң сабыр, һылыуы.
Мәктәптән ҡайтыуыма
Көтә тәмле аш-һыуы.

Әкиәт һөйләп, бәйет көйләп,
Иркәләп ул йоҡлата.
Дәрестәргә аҡ теләктәр
Менән ихлас оҙата.

Алһыу ЛАТИПОВА,
Борай балалар ижады йорто тәрбиәләнеүсеһе.






Баймаҡ районы

Аҡлан йәме

Йәшел аҡланда
Үҙе тамаша:
Матур сәскәнән
Күҙҙәр ҡамаша.


Күркәм аҡланға
Йәм өҫтәп йәнә
Ап-аҡ күбәләк
Осоп кинәнә.

Мәүлиҙә ЙОМАҒУЖИНА,
Ярат мәктәбе уҡыусыһы.




Вернуться назад