Һәр минуттың ҡәҙерен белеп29.07.2015
Һәр минуттың ҡәҙерен белеп Ҡаланың 3-сө башҡорт гимназия-интернатындағы көндөҙгө ял үҙәгенә балалар ҙур теләк менән йөрөнө.

Бында һәр иртә саф һауала зарядка яһауҙан башланды. Ял дауамында бәлә-ҡазаны иҫкәртеү буйынса аныҡ эшмәкәрлек, балалар менән һөйләшеүҙәр алып барылды. Йәш быуын вәкилдәре йөрәк сирҙәре тураһындағы лекцияны ҡыҙыҡһынып тыңланы, физкультураның, дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте, ҡояштан һаҡланыу хаҡында фекер алышыуҙа ихлас ҡатнашты.
Күңелдәрҙә илһөйәрлек тойғоһон нығытыу маҡсатында ойошторолған фәһемле кисәләр, Бәләбәй районында урынлашҡан Аксаковтар ғаиләһенең йорт-музейында, Әлшәйҙәге Пионерҙар йортонда булыу балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Ҡалалағы 6-сы мәктәп уҡыусылары менән берлектә үткәрелгән “Индеецтар көнө” лә бик оҡшаны уларға. Сараға әҙерлек бер нисә көн барҙы, тейешле кейем, ҡорал өлгөләре әҙерләнде, балалар был халыҡтың йәшәү рәүешен өйрәнде. Ярышта “ҡәбилә”ләр төрлө һынауҙар аша үтте, етеҙлеген, зирәклеген күрһәтте.


Вернуться назад