Йыл башында дарыу менән тәьмин итеүҙең ауырлашыуын льготаға эйә граждандар яҡшы тойҙо. Ойоштороуҙың һүлпәнлеге, препараттарҙы ҡайтарыу сылбырының оҙонлоғо, мөһим өлкәлә меңәрләгән кешеләрҙең ҡатнашыуы эште ҡатмарлаштыра.
Октябрьский ҡалаһында Башҡортостан Президентының 1-се дауахана коллективы менән осрашыу барышында: “Медикамент етерлек, ә льготаға эйә булыусыларҙы дарыу менән тәьмин итеүҙә көйһөҙлөктәр күп”, — тип дәғүә белдергәйне табиптар. Ошонан аҙ ғына алда үткән кәңәшмәлә лә Рөстәм Хәмитов был тәңгәлдә мотлаҡ тәртип урынлаштырыуҙы талап итте.
Республика башлығының: “Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә көйһөҙлөктәргә юл ҡуймаясаҡмын. Эшендә хата ебәргәндәр язаһын аласаҡ”, — тип белдереүе бушҡа булманы — Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Әнүәр Бакиров вазифаһынан бушатылды.
Яңы етәксе мөһим һәм ҡатмарлы өлкәлә ныҡлы тәртип урынлаштыра алырмы, дарыуҙар мәсьәләһенә ҡағылышлы ялыуҙар, дәғүәләр килеүҙән туҡталырмы — уныһын ваҡыт күрһәтер.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.