Теркәү тамам, старт алдыҡ!29.07.2015
Башҡортостандан һайлауҙа ҡатнашҡан 53 муниципаль райондың 25-ендә ауыл һәм ҡала биләмәләре Советтарына депу­татлыҡҡа кандидаттар теркәү тамамланды. Төбәктә Берҙәм тауыш биреү көнө – 13 сен­тябрь. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә,
28 июлгә тиклем 15 399 кандидат теркәлгән.


Теркәлгән кандидаттарҙы түбәндәге сәйәси партиялар тәҡдим иткән: “Берҙәм Рәсәй” (7 300), КПРФ (610), ЛДПР (392), “Ғәҙел Рәсәй” (261), “Рәсәй патриоттары” (290), “Ватанды һаҡлаусылар” (2), “Яб­локо” (2), Башҡортостандағы “Пенсио­нерҙарҙың ғәҙеллек өсөн партияһы” (69), “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы” (12), “Йәшелдәр һәм социаль-демократтар альянсы” (65), “Рәсәй пенсионерҙары пар­тияһы” (4). 6 388 кеше үҙ-үҙен күрһәткән.



Вернуться назад