Ҡаҙнаға – ҡеүәт29.07.2015
“Башнефть” компанияһының 5 миллиард 18 миллион һум күләмендәге дивидендтары Башҡортостан бюджетының быйылғы сығымдарын өҫтәмә финанслауға йүнәлтеләсәк.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 24 июлдә ҡул ҡуйған был Указ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды. Аҡса Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарын тормошҡа ашырыуға, шул иҫәптән балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү буйынса сараларға, инженер инфраструктураһын үҫтереүгә, социаль объекттар төҙөүгә һәм уларҙы реконструкциялауға, иҡтисади-социаль өлкәнең мөһим тармаҡтарына ярҙамға, республика бюджетының тигеҙләнешен тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк.