Юл яҡшы булһа...29.07.2015
Башҡортостанда юл төҙөү һәм ремонтлау өсөн федераль бюджеттан
238 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.
Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. ”2014 – 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу өсөн илдең 52 төбәгенә бүленгән аҡсаның дөйөм суммаһы – 4,5 миллиард һум.
Ҡарар төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы дөйөм автомобиль юлдарының оҙонлоғон арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Аҡсаны ҡаты япмалы шоссе төҙөүгә, уны реконструкциялауға сарыф итеү күҙ уңында тотола, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми сайтында.