Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылының эмблемаһын эшләүгә конкурс иғлан ителде. Ижади бәйгене республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ойоштора.
Башҡортостанда йәшәгән һәр кем эмблема проектын тәҡдим итә ала. Материалдар 25 февралгә тиклем Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында (Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 413-сө бүлмә) ҡабул ителә.
Конкурс эштәрен баһалағанда һүрәттәрҙең баҙыҡлығы, ыҡсымлығы һәм, әлбиттә, йыл концепцияһына ярашлы булыуы иҫәпкә алынасаҡ, ти ойоштороусылар.
Йыл эмблемаһына әүерелгән эштең авторы аҡсалата премия аласаҡ. Икенсе урынға лайыҡ булыусы — Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамотаһы, өсөнсө урынды алыусы Рәхмәт хаты менән бүләкләнәсәк.
Конкурста ҡатнашыу тураһында ентеклерәк мәғлүмәттәр министрлыҡтың www.pressarb.ru сайтында урынлаштырылған.
Әлфиә ШӘРӘФЕТДИНОВА.