“Халыҡ менән түгел, хаҡтар менән эшләүе ауырлаша”28.07.2015
“Халыҡ менән түгел, хаҡтар менән эшләүе ауырлаша” “Башҡортостан”ға яҙылыу буйынса Ишембай районы — алдынғылар рәтендә. Бәғзеләр: “Рухи шишмәбеҙ ҡорой”, — тип аптыраған мәлдә, нисек бындай һөҙөмтәләргә өлгәшә һуң ишембайҙар? Серҙе асыҡлау маҡсатында, ошо эштә ҙур өлөшө булған почтамттың матбуғатҡа яҙылыу бүлеге начальнигы Инира ТӨХВӘТУЛЛИНАға мөрәжәғәт иттек.


— Инира Сәхи ҡыҙы, почта хеҙмәт­кәрҙәре, һуңғы йылдарҙа халыҡ менән эшләү еңел түгел, ти…
— Халыҡ менән түгел, хаҡтар менән эшләү ауырлаша. Матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе хаҡында һүҙ алып барғанда нәҡ ошо күренеште күҙ уңында тоторға кә­рәк. Әгәр элек кешеләр беҙгә үҙҙәре яҙы­лырға килһә, хәҙер, киреһенсә, артта­рынан йөрөйбөҙ. Баҫмаларға хаҡтарҙың артыуы гәзит-журналдан уҡыусыларҙы сит­ләштерә, минеңсә. Ә телевизор, компь­ю­тер баҫмаларҙы йота, тип кенә ҡырт киҫеүе дөрөҫ түгел. Ниңә, зәңгәр экранға ла күҙ һалған, монитор алдында ла эшләгән, шул уҡ ваҡытта баҫмаларҙан да айы­рыл­мағандар аҙмы ни?! Нисек кенә булмаһын, үкенескә ҡаршы, иҡтисади хәл хаҡтарға “йүгән” кейҙерергә ирек бирмәй шул.
— Районда башҡорт баҫмаларын күпләп алдырыу нимә менән бәйле?
— Ишембайҙар – рухлы халыҡ. Беҙ ҙә аҡса юҡлыҡҡа, мәғлүмәтте Интернет аша туплауға һылтана алабыҙ. Таныштарым ара­һында компьютерҙа ултырыусы инәй-бабайҙар ҙа юҡ түгел, әммә уларҙың өҫтә­лен­дә һәр саҡ “Башҡортостан” менән ра­йон гәзите “Торатау”ҙы күрергә була. Яҡташ­тарым башҡорт телендә нәшер ител­гән гәзит-журналдарға әүҙем яҙылып, изге эш­кә үҙ өлөшөн индерә. Ғөмүмән, үҙ теле­беҙ­ҙә уҡып, яңылыҡтар ҡарап йәшәй­беҙ. Ра­йон хәбәрҙәрен “ТНТ-навигатор” кана­лында еткерәләр. Унда эфир сәғәт­тәре ҡаралған. Быға ла шөкөр итмәҫлекме ни?!
Әлбиттә, халыҡты ойоштора ла белергә кәрәк. Был йәһәттән ҡала һәм ауылдарҙағы почта бүлексәләрендә эшләгән ҡыҙҙарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Почтаға килеп яҙылғандарын көтөп ултырмай улар, баҫ­ма­ларҙы өләшкән ваҡытта кем ниндәй гәзит алдырасағын алдан уҡ асыҡлап ҡуя.
Сер түгел, шул уҡ ваҡытта районда мил­ли баҫмаларҙың күпләп таралыуы, үҙ теле­беҙҙә сығып килгән яңылыҡтар ҡарауыбыҙ район хакимиәтенән дә тора. Урындағы халыҡтың көндәлек мәшәҡәтен генә түгел, рухи торошон да ҡайғыртып йәшәгән хужаларҙан уңды ишембайҙар.
— Һеҙ журналист менән гәзит уҡыу­сыны тоташтырыусы еп булып тораһығыҙ. Был йәһәттән әйтер теләк­тәрегеҙ ҙә барҙыр?
— Журналистарҙың халыҡ араһында йышыраҡ йөрөүен һәм почта хеҙмәте менән тығыҙыраҡ бәйләнештә тороуын теләр инем. Гәзит биттәрендә халыҡтың конкурс-бәйгеләрҙе күберәк күргеһе килә. Бер хәҡиҡәтте оноторға ярамай: кешенең күңеле булһын өсөн күп кәрәкмәй.
— Хеҙмәтегеҙгә ҡарата һөйөүегеҙ күренеп тора, ғүмерегеҙҙе почта эшенә бағышлағанһығыҙ төҫлө…
— Хеҙмәт юлымды уҡытыусы булып башланым. Кинйәбулат мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡыттым, район хакимиәтендә эш­ләгән осором да булды. Почтала эшләүемә быйыл – 10 йыл. Хеҙмәт урыныңа ҡарата һөйөү унда нисә йыл йә иһә нисә көн эшләгәндән тормай бит. Әгәр күңелеңә ятҡан эшең бар икән, уға булмышыңды арнарға тейешһең. Халыҡҡа рухи аҙыҡ, аҡыл һәм мәғлүмәт хазинаһы таратыуҙа өлөшөм барлығы менән бәхетлемен.






Вернуться назад