“Йырсыларға ҡалыр ошо йырым, ҡомартҡыға ҡалыр Ҡөрьәнем”28.07.2015
“Йырсыларға ҡалыр ошо йырым, ҡомартҡыға ҡалыр Ҡөрьәнем”Фән һәм техника ни тиклем алға китһә, кешелек донъяһы Аллаһ Тәғәләнең барлығына, берлегенә шул саҡлы нығыраҡ инана бара. Был хаҡта бихисап ғилми хеҙмәт бар. Йөҙ йылға яҡын дәһрилектә йәшәгән Рәсәй мосолмандары ла асылына ҡайта: күп ерҙә мәсет төҙөлә, мәҙрәсәләр асыла, халҡыбыҙға иман ҡайта. Бына шундай саҡта күренекле башҡорт руханийы, ғилем эйәһе, атаҡлы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә нигеҙ һалған Зәйнулла ишандың йәшәйешен өйрәнеп, әҫәр яҙыу заман талабылыр тип иҫәпләйем.


Зәйнулла ибн Хәбибулла әл-Шәрифи Әл-Троицки әл-Нәҡшбәнди әл-Муджаджиди әл-Хәлиди (1833 – 1917) – Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя күләмендә танылған шәхес. Йәшәйешебеҙҙең сергә сорналғанын, донъяла төрлө ғәжәйеп тап килеүҙәр барлығын белә инем, әммә 2004 йылдың яҙында өн аралаш күргән төшөмә һаман хайран ҡалам. Ун ике дин әһеле миңә ғәмәл дәфтәрҙәрен бирҙе лә барыһы ла:
– Беҙҙең турала яҙ, – тине.
– Мин бит һеҙҙе бөтөнләй белмәйем, был эште нисек башҡарырмын? – тинем.
– Яҙырһың, мәғлүмәт килер, – тине изгеләр.
Иң ғәжәпләндергәне – шунда уҡ барлыҡ тырыш­лығымды һалып, бер нигә ҡарамай яҙа башланым һәм тиҫтә йылда Мөжәүир, Сабир хәҙрәттәр, Ғабдулла Сәйеди, Әбйәлил ишан, Шәмсетдин хажи, Әбйәлил, Ғиниәт муллалар тураһында мәғлүмәт туплап, барыһын да китап итеп сығарыуға өлгәштем. Сират Зәйнулла ишанға етте. Олуғ шәхес тураһында яҙыу өсөн әҙерлекле, киң мәғлүмәтле булыу, мөмкин тиклем дини ғилем алыу, фарыз ғәмәлдәрҙе үтәү, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең, башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең йәшәйешен, шәйехтәр тормошон өйрәнеү, суфыйсылыҡ нигеҙҙәре менән танышыу – барыһын да белергә, өйрәнергә тейеш инем. Ошоларҙы белмәһәм, тарихи факттарҙы теркәүсе йәки тыуған яҡты өйрәнеүсе генә булып ҡаласаҡмын. Шәхестәремдең йөрәгенә үтеп инеү, уларҙың ниндәй уй-хис менән йәшәгәнен, Аллаһҡа нисек яҡынайғанын, кешеләрҙе дауалағанда ҡайһы алымдарҙы ҡулланғанын, тотҡон­лоҡта ниҙәр кисергәнен һәм башҡаларҙы белеү кәрәк ине.
Ун ике йыл элек күргән төшөм тураһында һаман уйланам һәм, барыһын бер епкә теҙгәс, юғары көстәр мине Зәйнулла ишан тураһында яҙырға, әйтерһең дә, бөтөн аңлы ғүмерем буйына әҙерләгән тигән фекергә киләм. Уҡытыусы булып эшләгән йылдарымда, совет заманында, дини тема тыйылған булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларым алдында динемә, Аллаһ Тәғәләгә тел тейҙергәнем булманы. Зәйнулла ишан хаҡында 12 йыл буйы яҙылған һәр мәҡәләне, китап-брошюраларҙы йыйып, уҡып, өйрәнеп, үҙем өсөн киң мәғлүмәт тупланым. Шәхестең исемен тәүләп Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабында тап иткәйнем. Шунан бирле ул күңелемдән китмәне. Бер мәл иһә мәсеттә 1989 йылда Учалыла сыҡҡан “Зәйнулла ишан” тигән бәләкәй брошюраға (мөхәррире – Рәсих Лоҡманов) тап булдым. Уны шунда уҡ уҡып сыҡтым да үҙемә алдым, әле лә эргәмдә йөрөтәм, учалыларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Бәлки, ишан рухы миңә үҙе тураһында яҙырға фатихаһын биргәндер. Ни тиһәң дә, ошо ваҡиғанан һуң халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе тураһында мәғлүмәт йыя башланым. Гәзит биттәрендә, китаптарҙа сыҡҡан һәр яҙма хәҙер миндә ҡәҙерләп һаҡлана. Бигерәк тә ишандың яҡташтары Спартак Ильясовҡа, Рәүеф Насировҡа, “Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы” китабын әҙерләп сығарғандарға, ғалимдарҙан Марс Фархшатовҡа, Калифорния университеты профессоры Хәмит Алғарға рәхмәтлемен. Әл-хәмдү лил-ләһ, Зәйнулла ишан тураһында бәйән иткәндәр күп. Уларҙың яҙмаларын ҡат-ҡат уҡып сығам, өйрәнәм, йөрәгем аша үткәрәм. Хәҙер минең өсөн күп нәмә асыҡланды: мәҡәлә авторҙарының хаталы мәғлүмәт­тәрен дә күрәм, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу өсөн генә яҙылғандары ла осрай. Ныҡлап тикшеренә башлаһаң, барыһы ла ап-асыҡ күренә.
Тәҡдирем мине бөтөн аңлы ғүмерем буйы изгеләребеҙ тураһында яҙырға әҙерләгәндер, тип тағы ҡабатлайым. Бала саҡта етемлекте үттем, яҡшыһын да, яманын да күрҙем. Яҙмышым халыҡ бағымсыһы Мөжәүир хәҙрәт ғүмер иткән ергә алып килде. Тормош тәжрибәһе туплап, изгебеҙ хаҡында яҙа башланым. Фирҙәүес тигән апайҙан әсәһе Нәзиләнең һөйләгәндәрен түкмәй-сәсмәй теркәнем. Мөжәүир хәҙрәт Нәзилә инәйҙе бик ихтирам иткән, әсәһеләй күреп, уға серҙәрен йәшермәй һөйләр булған. Туғыҙ йәшлек Мөжәүирҙең өҫтөнә йәйғор төшөүен, шул уҡ көндә Зәйнулла ишандың Манһырға килеп, өлөшлө малайҙы табыуын, көтөү көткән еренән ҡайтартып алыуын, эргәһенә ултыртып, арҡаһынан һөйөп, башынан һыйпап, үгәй әсә ҡулында мәхрүм булып йәшәгән баланы һыйлауын, аҙаҡ үҙе менән мәсеткә алып барыуын, Ғабдулла Сәйедигә уны уҡытырға ҡушыуын Олатай (баймаҡтар Мөжәүир хәҙрәтте исеме менән һирәк атай, үҙ-ара һөйләшкәндә лә ололап “Олатай” тип әйтә) үҙе Нәзилә инәйгә һөйләп ҡалдырған. Был ғәжәйеп хәлдәрҙең барыһы дөп-дөрөҫ көйө үҙгәртелмәй яҙылды.
Башлап Мөжәүир хәҙрәт тураһында яҙҙым һәм бағымсының яҙмышы Зәйнулла ишан менән тығыҙ бәйләнгәнлеген күрҙем. Кем менән һөйләшһәм дә, Баймаҡтың өлкән быуын вәкилдәре Зәйнулла ишанды айырым ихтирам менән телгә алды. Ғабдулла Сәйеди тураһында яҙа башлағайным (Зәйнулла Рәсүлев менән уның йәш айырмаһы биш кенә йәш булып сыҡты), ике шәйехтең яҡын дуҫтар булыуы асыҡланды. Сабир хәҙрәттең тормош юлын өйрәнгәндә иһә ейәнсәре Асия апай Вәлиева олатаһының Зәйнулла ишанды телдән төшөрмәгәнен әйтте. Артабан тикшерә башлағайным, Зәйнулла ишан менән Аҡмулланың яҡын дуҫтар булыуы асыҡланды. Мифтахетдин Аҡмулла (1831 – 1895), Зәйнулла Рәсүлев (1833 – 1917) һәм Ғабдулла Сәйеди (1836 – 1914) – үҙ заманының өс тағаны.
Артабан гел Зәйнулла ишан эҙҙәренән йөрөнөм: 2008 йылда Өфөлә шәхестең 175 йыллығына арналған сарала, 2013 йылда 180 йыллығына бәйле уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнаштым, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында үткән йыйындарҙа сығыш яһаным. Суфыйҙар тәриҡәтен өйрәндем, хажға барҙым, Сәмәрҡәнд, Бохара яҡтарында изгеләр ҡәберенә зыярат ҡылдым, Зәйнулла ишан ҙур ихтирам яулаған Дағстан яҡтарында сәйәхәттә булдым. Хәйбулла районындағы Вәлит ауылында йыл һайын шәхес менән бер юлдан йөрөгән Ғатаулла ишандың йыйыны үткәрелә, шунда ҡатнаштым. Бер үкенесем ҡалды: Төркиәгә барып, Зәйнулла ишандың остазы Зыялетдин Көмөшханауиҙың ҡәберен табып, рухын шатландырып, доға ҡыла алманым.
Шулай итеп, төшөмә инеп, ғәмәл дәфтәрен биргән, үҙе тураһында яҙырға ҡушҡан ишаныбыҙ хаҡында бай мәғлүмәт туплауға, уларҙы анализлауға өлгәштем. Ниһайәт, динебеҙгә яҡынайып, әҙме-күпме ғилем туплағас, бер нисә китап авторы булғас, рухи батшабыҙ тураһында яҙырға йөрьәт иттем. Уның хаҡында күберәк белгән һайын йөрәгемдә олуғ шәхесебеҙгә ҙур мөхәббәт уянды, бөтөн уйымды, хисемде биләп алды. Ишандың барлыҡ ғүмере күҙ алдымдан үткәндәй булды. Ниһайәт, ҡәләмгә тотондом.
1870 йылда, беренсе тапҡыр хаж ҡылырға барғанда, Зәйнулла ишан Истанбулда мөршите Көмөшханауи янында туҡтай. Ҡырҡ көн буйы хәлүәтлектә була. Аҙаҡ мөршитенең мөриттәре менән бергәләп хажға китә. Улар, Ҡара диңгеҙҙән Урта диңгеҙгә сығып, Ҡыҙыл диңгеҙенән Джидда ҡалаһына килә, унан 70 – 80 саҡрым араны йәйәүләп үтеп, Мәккәгә барып етә. Икенсе тапҡыр ишан 1882 йылда бер туған ағаһының улы Муса менән дә ошо уҡ юлдан үтә. Әлбиттә, сәфәрҙә йөрөгәнендә төрөк суфыйҙары менән ныҡлап дуҫлаша, Нәҡшбәндиә тәриҡәте уларҙы туғанлаштыра.
Тәүге тапҡыр хаж ҡылып ҡайтҡас, Зәйнулла ишанды төрмәгә ултыртыуҙары билдәле. Уны рөхсәтһеҙ хажға барыу, төрөк солтанына һатылыу, китаптар алып ҡайтып, мосолмандарҙы туплау, Мәүлит байрамын үткәрергә ҡотортоу, хеҙмәт итәһе урынға зекер әйтеп, Аллаһҡа табынып ваҡыт уҙғарыу һәм башҡа бихисап эштә ғәйепләйҙәр. Туғыҙ йылдан иһә һанап үтелгән ғәмәл­дәрҙең береһе лә төрмәгә ултыртыуға сәбәп була алмағаны иҫбатлана. Тотҡонлоҡ осоро тураһындағы ҡайһы бер яҙмалар шикләндермәй ҡалмай: унда шәхес еңел көн иткән тигән һымаҡ яҙалар. Төрмә – төрмә инде ул, уның үҙ ҡанундары. Дуҫтары, туғандары ишанды ҡотҡарыу өсөн күп көс һалған тигән хәбәр менән дә риза түгелмен. Беренсенән, шәхес яҡлауға мохтаж түгел, икенсенән, батша властары алдында кемдеңдер файҙаһына һүҙ әйтеү мөмкин булмай. Зәйнулла ишан – үҙе ҡөҙрәт эйәһе. Аллаһтан бирелгән һынауҙарҙы үткәс, уға изге эштәрен дауам итергә юл асыласаҡ. Ул шуны белә: таң алдынан ҡараңғылыҡ ҡуйыра, әммә был ҡояш ҡалҡыуын тотҡарлай алмай. Шулай итеп, шәйех ауыр­лыҡты илаһи ҡөҙрәте менән үтә һәм, иленә ҡайтып, Троицкиҙағы мәҙрәсәлә эшләй башлай. Артабанғы яҙмышы беҙгә билдәле.
Йәнә бер фекер: “Илсе Ғайса” йырының һүҙҙәрен тотҡонлоҡта саҡта Зәйнулла ишан ижад иткән, ә көйөн Фәтхулла ағаһының улы Ғайса сығарғандыр тип фаразлайым.
Аҙаштырған болан балаһылай
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Иртәнен дә кисен йөрәгем яна,
Иҫемә төшһә тыуған илгенәм.
(Был – “Илсе Ғайса” йырының һүҙҙәре.)

Алыҫ ҡына ҡалды ла шул тыуған илкәй,
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Иртәнен дә кисен йөрәгем яна,
Иҫемә төшөп тыуған илгенәм.
Ә быныһын фольклор йыйыусылар Зәйнулла ишан­дыҡы тип яҙып алған. Ике шиғырҙы сағыштырып ҡараһаң, тәүге юлдар ғына айырыла. Ишандың башҡа шиғырҙары ла билдәле. Мәҫәлән:
Йырсыларға ҡалыр ошо йырым,
Ҡомартҡыға ҡалыр Ҡөрьәнем.
Миндәй генә булып та ирҙәр тыумаҫмы,
Аллаһтан нур алып, иленә сәсмәҫме?

Уҙалыр ҙа ғүмер һис бер тынмай,
Бер туҡтауһыҙ аҡҡан ағын һыуҙай,
Һыу аға ла даръя була, тулҡына,
Тулҡын ҡаҡҡан ирҙәр үҙ илкәйен ситтә юҡһына.

Беҙгә Зәйнулла ишандың тормошон өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Донъя халҡы ҙурлаған шәхесебеҙгә үҙебеҙҙең башҡорт битараф ҡалмаҫ тип ышанам. Киләсәктә кинофильм сығарыу хаҡында ла уйларға ине. Халҡыбыҙҙың рух батшаһын Ислам байрағылай күтәрәйек.

Лира ЯҠШЫБАЕВА,
яҙыусы.


РЕДАКЦИЯНАН. Яҙыусының Зәйнулла ишан тураһындағы әҫәренән өҙөктәрҙе гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.


Вернуться назад