Атайымды ҡаҙып алғандар...28.07.2015
Атайыбыҙ Сәйетғәле Мәһәҙиев 1907 йылда Ейәнсура районының Назар ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем райондың машина-трактор станцияһында бригадир булып эшләгән. Бригада менән район хужалыҡтарының ерҙәрен эшкәртеп йөрөгәнлектән, уларҙы һуғышҡа алмайыраҡ торғандар.

1942 йылдың көҙөндә ул һу­ғышҡа алынғанда ҡатыны Ғә­фү­рә Зөлҡәрнәй ҡыҙы ҡулында биш бала ҡала. Иң ҙуры 11 йәштә, бәләкәйе ике айлыҡ ҡына була. Атайҙың һөйләүенән шул иҫтә ҡалған: һалдаттарҙы эшелондары менән ҡанһырап ятҡан Сталинградҡа алып киткәндәр. Унан һуң 1-се Белоруссия фронтына ебәргән­дәр. Рокоссовский тигән ят фамилияны һөйләгәндә беҙгә, ба­ла­ларға, ҡыҙыҡ тойолдо. Нисек итеп ҙур ауыр­лыҡ­тар менән Днепр­ҙы, Висланы, Одерҙы ки­сеп сығыуҙарын ауыҙ асып тың­лай торғайныҡ. “Плацдарм” ти­гән һүҙ ҙә беҙгә серле тойола ине, “һуғыш” уйнағанда ла уны ҡуллана инек.
18 апрелдә Берлинға барып еткәнен һөйләгәйне атайым. Еңеү көнөндә өс кеше “дошман ояһы”н ҡарарға рөхсәт алып, урамға сыҡҡан. Рейхстагка (ул Аристах тип һөйләр ине) бай­раҡты Башҡортостан егете За­һитов ҡаҙаған икән, унан шул ту­рала белдек. Улар Рейхстаг стенаһына бәке менән соҡоп яҙыу ҡалдырған, шунан метроға төшкәндәр. “Немецтар метроға ҡасҡан үҙ халҡын һыу ебәреп батырҙы”, — тип һөйләгәс, ауыл малайҙары ышанманы. Ә инде “Берлиндың ҡолауы” (“Падение Бер­лина”) киноһын ҡарағас, хат­та йәлләп илаған балалар ҙа булды.
Варшава, Прага, Берлин ҡа­ла­ларын алыуҙа ҙур батыр­лыҡ­тар күрһәткән өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән атайыбыҙ. “Хәрби кенәгә”һендә “контузия, яраһы юҡ” тип яҙылһа ла, эргә­һендә генә ярылған снарядтан кон­тузия алып, ғүмере буйына на­сар ишетте. Ергә күмелгән ата­йымды Йәнмырҙа исемле үҙе­беҙҙең күрше ауыл кешеһе, хеҙ­мәттәше ҡаҙып алып ҡотҡар­ған.
Ҡамауҙа ҡалған бер ваҡиғаны һөйләгәне әле лә иҫтә. Заданиенан ҡайтып килгән бер нисә һалдат ҡамауҙа ҡала һәм, әсиргә эләкмәҫ өсөн күлгә төшөп, ҡа­мыш­тар араһына йәшенә. Төн­дәрен баҫып торғандар, көндөҙ, ауыҙға ҡамыш көпшәһен ҡабып, һыу эсендә ятҡандар. Иҫән-һау сығыуын-сыҡҡандар, тик атайым шул сәбәптән һуғыштан туберкулез эләктереп ҡайтты. Атыш ты­нып торған ваҡытта яҙ­ған шиғыр-бәйеттәрен һаҡлай­быҙ. Улар латин, ғәрәп алфавитында яҙылған. Беҙ уларҙы кирил­лицаға күсереп алдыҡ.
Бөгөн йома, иртән — шәмбе,
Етте ҡорбан ғәйете.
Мин яҙамын, һеҙ уҡығыҙ,
Беҙ — ғәриптәр бәйете.
Билдә – патрон, ҡулда
мылтыҡ
Дошмандарға атырға.
Әсәкәйем, бир фатихаң
Иҫән илгә ҡайтырға.
Юҡ йыназа, юҡ тәрбиә,
Ятып ҡалды яланда.
Ике күҙем һис ни күрмәй
Утҡа кергән заманда.
Дошман беҙҙе урап алғас,
Йүгереп керҙек ҡамышҡа.
Уф, йөрәгем түҙә алмайым
“Ур-ра” тигән тауышҡа.
Өс көн яттыҡ был
ҡамышта,
Тәғәм ризыҡ ҡапманыҡ.
Яҡты донъя, яҡты көндө
Беҙ күрербеҙ тимәнек...





Вернуться назад