Аҡ йөҙлө, хаҡ һүҙле инәйҙәр28.07.2015
Аҡ йөҙлө, хаҡ һүҙле инәйҙәр Ауылдарҙы йәмләгән аҡ йөҙлө, йор һүҙле инәйҙәрҙең булыуы – оло бәхет. Улар йәштәргә әйтер һүҙе, аҡыллы кәңәше менән генә түгел, ауыр бала саҡ, йәмле йәшлек йылдарындағы хәтирәләре менән фәһем, өлгө бирә, ихтирам уята.

Әбйәлил районының Айыуһаҙы ауылында бындай ағинәйҙәр бихисап. Һәммәһе хаҡын­да ла сәғәттәр буйына һөйләргә, байтаҡ яҙырға булыр ине. Оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытҡан, әле хаҡлы ялда булған Хәлиҙә Хөснөтдинова әйтеүенсә, ауылдың оло йәштәге инәйҙәре – Нәҡиә Ғайсина, Мәрзиә Килдейәрова, Шәмсинур Латипова, Асия Нәҙерғолова, Рәсимә Арғынбаева кеүек­тәрҙең матур тормош юлы үтеп, балалар үҫтереп, колхоз эштәрендә әүҙем ҡатнашып, дәртләнеп донъя көтөүҙәре маҡтауға лайыҡ. Ҡасан барһаң да, ихаталары йыйышты­рылған, йорттары таҙа, күңелдәре көр. Оло булыуҙарына ҡарамай, ауылда үткәрелгән һәр мәҙәни сарала әүҙем ҡатнаша, етмеш-һик­һәндә лә сәхнәне дер һелкетеп бейеп, үҙәктәрҙе өҙгәнсе йырлап йәшәй улар.
Айыуһаҙыға бер осорҙа килен булып төшкән, әлеге көндә ауылдың иң ихтирамлы һәм хөрмәтле ағинәйҙәре Бәширә Әхмәтки­рәева, Әнисә Нәҙерғолова менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе.
Бәширә Әхмәҙи ҡыҙы Ташбулат ауылын­да тыуып үҫә. Бала саҡ һәм үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарының бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше менән сыбарланһа, хаҡлы ялға сығыр алдынан ауыл клубында йыйыштырыусы вази­фаһын башҡара. 1946 – 1948 йылдарҙа Ташбулат балалар йортонда эшләгән саҡ­тарын күҙ йәштәре аша хәтерләй ул:
– Һуғыштан һуңғы осор бигерәк ауырға тура килде. Ашарға ла, кейергә лә юҡ. Ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балалар һуғыш­тан ҡайтҡан һалдаттарҙы үҙҙәренең ата­ла­рылай ҡыуанып ҡаршылар ине. Кес­кәйҙәрҙең уларҙан: “Яҡындарыбыҙҙы күрмә­негеҙме?” — тип һорауы йөрәктәрҙе телге­ләй торғайны.
Артабан Бәширә Әхмәҙи ҡыҙы Ниязғол ауылы янындағы рудникта эшләй. Буласаҡ тормош иптәше Моратшаны осратып, йәш­тәр Айыуһаҙы ауылында төпләнә. Күптәр уның колхозсылар өсөн тел йоторлоҡ аштар бешереүен, бигерәк тә йылы икмәгенең тәмен әле лә онотмай.
Бәширә Әхмәткирәева туғыҙ балаға ғүмер бүләк итә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүртәүһе баҡыйлыҡҡа күскән. Ауыр ҡайғылар кисереп, әммә барыбер йәшәүҙән йәм һәм көс тапҡан са­быр инәйгә Хоҙай тағы оло һынау ебәрә. Был юлы ул өс ейәнен тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә ала.
— Ғүмерҙең һәр аҙымын атлар өсөн сабырлыҡ, сәбәләнмәй донъя көтөү ярҙам итә, — ти ул. – Ҡартым да үлеп китте, арҡа­ланыр кеше булмағас, ҡайҙа бараһың? Ба­рыһына ҡәнәғәт булып, юғына сабыр итеп йәшәнем. Мин бит йырларға яратам, ауыр саҡта оҙон көйҙәр һуҙып, моңайып алған ваҡыттарым да күп булды.
Ауылдаштары Бәширә Әхмәткирәеваның “Сәлимәкәй”ҙе башҡарыуын бигерәк ярата. 85 йәште уҙыуына ҡарамаҫтан, инәйҙең ты­ны оҙон, моңо киң.
Әнисә Нәҙерғолованың да яҙмышы әхи­рәтенекенә оҡшаш: Әүмеш (Алсынбай) ауылынан килен булып төшөп, Айыуһаҙыны үҙ итә. Колхозда күп эш башҡара, ауылдаштары араһында иң оҫта һарыҡ ҡырҡыусы булараҡ танылған. Йыл да уға тиңләшеүсе табылмай, район һабантуйҙарында ҡиммәт­ле бүләк, аҡсалата премия менән тәбрик­лә­нә. Ире Шәкирйән Нәҙерғолов та кол­хоздың алдынғы эшсәндәренең береһе була. Ғаиләлә биш бала үҫтерәләр. 1981 йылда ире вафат булғас, Әнисә апай донъяны яңғыҙ көтә башлай. Бөгөн ул ҡыҙы Зифа менән бергә йәшәй, улдары Мөхәммәт, Әсҡәт тә тыуған ауылын ташламай, ошонда төпләнгән. Көн дә тиерлек килеп, әсәләренең хәлен белеп, ярҙамлашып торалар. Бер минут та буш ултырырға яратмаған Әнисә инәй йә бәй­ләмен ҡулына ала, йә йөн тетә, уны иләп, ейән-ейәнсәрҙәренә йылы ойоҡбаш-бейә­ләйҙәр бәйләй. “Эш эшләмәһәм, эсем боша”, – ти ул.
Бына шундай көслө рухлы, тормошобоҙ биҙәге булған инәйҙәргә сәләмәтлек юлдаш булһын, аяҡ-ҡулдары һыҙлау күрмәһен!






Вернуться назад