Баҙар аҙһа, әҙәм юлдан яҙа28.07.2015
Баҙар иҡтисады тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Совет тәрбиәһендә үҫкән быуын быны айырыуса ауыр кисерә. “Түләгәнһең икән — һин хаҡлы” — баҙар принцибы асылда ошонан ғибәрәт.

Иғтибар иткәнһегеҙҙер, йәмәғәт транспортында өлкәндәргә урын биреүселәр бик һирәк. Яңыраҡ үҙем шаһит булдым: маршруткаға ингән ике әбейҙе һәр кем күрмәмешкә һалышты. Баҙар өсөн был ғәҙел – кем түләгән (йәғни алдан ингән), шул кеше был урындан файҙаланырға тулы хоҡуҡлы. Транспортҡа һуңыраҡ кергәнһең икән, тимәк, аяғөҫтө барырға тейешһең.
“Түләгән кеше хаҡлы” тигән принцип телевизион тап­шырыуҙарға ла ҡағыла. Теге йәки был тауарҙың сифатын билдәләү маҡсатында саҡырылған белгестәрҙең кәңә­шенә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Берәү ҙә халыҡҡа насар продукция тәҡдим иткән фирмаға һүҙ тейҙермәй – закон ҡушмай. Был осраҡта белгестәр ғәҙәттә “Юристарға мө­рә­жәғәт итегеҙ” тиеүгә ҡайтып ҡала. Көнбайыш дәү­ләт­тә­рендәге һымаҡ, тора-бара беҙҙә лә юрист, психотерапевт ярҙамынан тыш бер аҙым да баҫып булмаҫ, ахыры.
Тауар бөгөнгө тормошта шул тиклем ҙур урын биләй башланы, ҡайһы берҙә аптырап та ҡуяһың: был донъяла һатылмаған нәмә ҡалдымы икән? Ишетеүебеҙсә, бәғзеләр хатта ипотекаһын ҡаплар өсөн бөйөрөн бирергә мәжбүр. Шул уҡ ваҡытта биләмәһен, дипломын, ҡултамғаһын, исемен һатып байыған замандаштарыбыҙ ҙа бихисап. Һәр төрлө мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырғандар иһә, бөгөнгө тормошҡа яраҡлашмаған тип һанала. Бер генә миҫал: Өфөләге Матбуғат йорто ҡаршыһындағы светофор эргәһендә урынлашҡан реклама баннерын ышыҡлаған дүрт йүкәне кемдер шым ғына киҫеп алып китте. Урамды йәмләгән был ағастар бизнесҡа ҡамасаулағандыр, күрәһең…
Баҙар шарттарында һатып алыу үҙең эшләүгә ҡарағанда отошлораҡ, әлбиттә. Обойҙы үҙең йәбештерһәң, кранды алмаш­тырһаң, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тәрбиәләһәң... Шул уҡ ваҡытта күптәр оҫталарҙы яллауҙы, баҙарҙан һатып алыуҙы өҫтөн күрә. Хәҙер хатта бесәнде, утынды ла килтереп бирәләр – аҡсаң ғына булһын. Шашлыҡ бешереү өсөн күмере лә, ите лә әҙер. Хәйер, был дөрөҫ тә кеүек, сөнки һәр нәмәне белгес башҡарырға тейеш.
Ғөмүмән, тора-бара физик эштәрҙе башлыса гастарбайтерҙарға тапшырырбыҙ, ахыры. Эле­герәк был алымдың Израилдә киң ҡулланылғаны хаҡында иҫебеҙ китеп һөйләй торғайныҡ. Ундағы йәһүдтәр башлыса еңел, аҡыл талап иткән хеҙмәттә, ә ғәрәптәр “ҡара эш”тә мәшғүл булды. Хәҙер беҙҙә лә барлыҡ халыҡ тиерлек юғары белем, дөрөҫөрәге, диплом алырға ынтыла, эшсе һөнәрҙәрҙе күтәрергә тырышыу бигүк һөҙөмтә бирмәй. Хатта ауыл еренә табиптарҙы ылыҡтырыу маҡсатында бүленгән миллион һум да байтаҡ осраҡта ҡалаға “осоу” өсөн трамплин итеп ҡулланыла.
Баҙар талаптары ғаилә мөнәсәбәттәренә лә йоғонто яһай. Күп ата-әсә бала ҡарауҙы белгестәргә тапшырыуҙы хуп күрә. Мине иң аптыратҡаны шул: бәғзеләр берҙән-бер балаһын интернатҡа ебәреүҙе хуп күрә. Йәнәһе, үҙҙә­рендәге мәктәптә бирелгән белем ҡәнәғәтләндермәй. Һуңынан ҡайһы бер балаларҙың хатта каникулға өйөнә ҡайтҡыһы килмәй. Репетиторлыҡ менән шөғөлләнгән бер танышымдың әйтеүенсә, уҡыусыларының барыһының да ата-әсәһе бар, тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, тик уларға иғтибар ғына етешмәй — үҙҙәрен яңғыҙ тоялар. Бәлки, ошолор йәш быуын араһындағы суицидтың сәбәбе? Ни эшләйһең инде, бөгөн балалар менән аралашыуға тәүлектәге 24 сәғәттең бәләкәй генә өлөшө ҡала. Ҡайһы берәүҙәр хатта ул ваҡытты ла Интернетта үткәрә. Үҙҙәрен алдау өсөн йолом формаһында балаларына гаджеттар алып биреп, лагерҙарға ебәреп тынысланалар.
Совет осоронда Көнбайыш дәүләттәрендә балалар бәлиғ булғас, атай йортон бөтөнләйгә ташлап киткәнен ишетеп аптырай торғайным. Ошо хәл беҙгә лә килеп етте шикелле. Баланы ғаиләнең бер өлөшө тип түгел, ә предприятие (ғаилә) сығарған продукция тип ҡарау өҫтөнлөк ала башланы. Был йәш быуындың өйҙә бер ниндәй файҙалы эш башҡармауына ла бәйле. Ауыл ерендә бала әҙерәк булһа ла тир түгә, ә ҡаланыҡыларҙың күбеһе рәхәт кенә йәшәргә яратҡан кеше булып тәрбиәләнә. Ата-әсә өсөн эшлекһеҙ алмаштың иҡтисади “кәрәге” юҡ.
Төньяҡ Каролина руханийы Дарема Пол Батлер яңыраҡ башлыса балаһы менән шөғөлләнгән ата-әсә бөтөн Америка өсөн зарарлы тип иғлан итте. Уның фекеренсә, АҠШ-тың иҡтисади үҫешен хәстәрләү өҫтөнөрәк. Бала бағыу — бик яуаплы эш. Уның менән тик белгестәр шөғөлләнергә тейеш. Бының өсөн Дарема Пол Батлер декрет ялын ҡыҫҡартыуҙы, ә балаларҙың белгестәр ҡарамағында булған ваҡытын көнөнә алты сәғәткә тиклем еткереүҙе талап итә. Башбаштаҡлыҡ булып күренгән идея тора-бара беҙгә лә килеп етәсәген аңларға кәрәк. Бала табыуҙы, бағыуҙы бизнес ҡулына тапшырһаҡ, артабан ғаиләнең дә кәрәге ҡалмаясаҡ түгелме? Әммә атай менән әсәйҙе Бенджамин Спок та, Антон Макаренко ла алмаштыра алмаясаҡ бит. Баҙарҙы артабан да аҙҙырһаҡ, ул кешелекте юлдан яҙҙырыр кеүек...




Вернуться назад