Боҙ менән ялҡынды беректереп булмай28.07.2015
Боҙ менән ялҡынды беректереп булмай Берлин (Потсдам) конференцияһына — 70 йыл

Аңлауымса, кешелек тағы ла (һәм тарихта нисәмә ҡабат инде) имтихан тота шикелле. Бәлки, һуңғы һынауҙыр… Самаһыҙ ҡеүәтләнгән заманда йәшәйбеҙ. Көс һәм белем кешегә һәр нәмәгә өлгәшеү форсатын бирә. Тик, үкенескә ҡаршы, көс менән әхлаҡ араһында тиңлеккә генә етә алманыҡ. Был кешелектең яҙмышын йәнә ҡыл өҫтөндә тотмаймы икән?

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы уҙғарылған тантаналар ҙа йөрәктә мәңгелеккә тамырланған хәүефте, һүнгән ялҡын бына-бына ҡабаттан дөрләп китер тигән ҡурҡынысты бөтөрә алмай. Беҙ, юғалтыу һәм юҡсыллыҡ даръяһын кискән кешеләр, тормошта ирәйеп, ғәмһеҙ бәхет менән йәшәүгә һис ҡасан да өйрәнә алмабыҙ, ахыры. Бәлки, шуғалыр ҙа, һуғыш һәм уның тирәһендәге сәйәсәт темаһына быйыл йыш әйләнеп ҡайтам.
Мәғлүм булыуынса, союздаштарҙың 1943 йылдың 28 ноябренән 1 де­кабре­нә ҡәҙәр — Тегеранда, 1945 йылдың 4 — 11 февралендә Ялтала конференциялары үтә. Тәүгеһендә Германияға ҡаршы һуғышты бергәләп дауам итеү, өс дәүләттең яуҙан һуңғы хеҙмәт­тәш­леге тураһында декларациялар, 1944 йылдың 1 майынан да ҡалмай Европала икенсе фронтты асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ҡырым (Ялта) конференцияһында иһә союздаш дәүләт башлыҡтарының хәрби пландарын билдәләү һәм яраштырыу менән бергә һуғыштан һуңғы сәйә­сәттәренең төп принциптары хаҡында килешелә. И. Сталин, Ф. Рузвельт һәм У. Черчилль герман милитаризмын, нацизмын юҡ итеүгә ынтылышы тураһында ныҡлап белдерә. Ошо уҡ конференцияла Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын булдырырға ҡарар ителә. Әйткәндәй, БМО-ның тәүге конференцияһы 1945 йылдың 25 апрелендә Сан-Франциско ҡалаһында йыйыла, унда ойошма уставының тексы раҫлана.
Ялта конференцияһы менән Потс­дамдағыһы араһында ни бары биш ай ғына ваҡыт ята. Әммә ниндәй көндәр була улар! Һуғыштың аҙағы яҡын­ла­шып килә. Уның сәйәси яғы мөһимерәк була ба­ра. Көнбайыштағы союздаштар, вәғәҙә — иман тигән ҡағиҙәгә хилафлыҡ ҡылып, икенсе фронтты асыуҙы 1944 йыл­дың июленә ҡәҙәр һуҙа. Евро­па­лағы дәүләт­тәрҙең сиктәрен билдәләү ҙә, һүҙ бут­ҡа­һы­на сумғанлыҡтан, хәл ителеүҙән алыҫ була. Һуғыштың һуңғы айҙары һәм аҙна­ларында сәйәси, хәрби килешеү­ҙәргә ҡағылышлы ашығыс аҙымдар яһала. Улар, йәнәһе, тыныс тормошто башлап ебәрергә тейеш. Шулай ҙа был ваҡытта иң мөһиме хәлде аңлау һәм уға айыҡ ба­һа биреү була. Ни өсөн тигәндә, Европа­ла әле туп­тар тауышы тынмаған, ҡан йыл­­ға булып аға, ә артабан “һалҡын һу­ғыш” тип аталасаҡ күренештең тәүге хә­үеф­­ле һыҙаттары төҫмөрләнә лә башлай.
Бының да үҙ сәбәптәре бар. Гитлерға ҡаршы союздаштар булып йөрөһәк тә, Көнбайыш илдәр, айырыуса Америка Ҡушма Штаттары халҡы, Көнсығыш фронтта фашистар менән алыштың шул тиклем дә хаяһыҙ төҫтә барғанын белмәй. Ситтән яҙа-йоҙа ишетеп, Ҡы­ҙыл Армияның ҡаһарманлығына һоҡ­ла­на, ләкин күпселек һуғыштың ҡот осҡос йөҙө, утыҙ миллионға яҡын (хәйер, теүәл генә һанды бер кем дә әйтә алмаҫ) ватанда­шыбыҙҙы алып китеүе тураһында хәбәрҙар булмай. Көнбайыш халҡы совет-герман фронтындағы иң ҙур алыштар хаҡында әле лә белмәй, йыртҡыс фашисты совет һалдаты түгел, бәлки, американдар еңгән тип ышанып йөрөй.
Советтар Союзы һуғыштан нығынып, сынығып, илебеҙ сиген һаҡларға һә­ләтле армияһы менән сыға. Аҙаҡҡыһы айырыуса мөһим, сөнки хәрби хәрә­кәт­тәр туҡтағас уҡ, донъяла яңы хәл бар­лыҡҡа килә. Фашизм пыран-заран кил­терелһә лә, дипломаттар һәм сә­йәсмәндәрҙең эшмәкәрлеген күҙәтә алғандар көнбайыш дәүләттәрҙең Гитлерҙың яуызлығын да­уам итергә ниәтләгәнен күрмәй булмаҫ.
Был юҫыҡта һүҙҙе һуңғараҡ дауам итербеҙ, әлегә 1945 йылдың 17 июле­нән 2 авгусына тиклем дауам иткән Берлин (Потсдам) конференцияһына иғтибарҙы йүнәлтә торайыҡ.
Фашистик Германия тәкмәс­лә­тел­гәндән үк һуғышҡа йомғаҡ яһау һәм ошо маҡсатта союздаш өс дәүләт етәксе­ләренең яңы конференцияһын йыйыу зарурлығы көн тәртибенә баҫа. Ялтанан һуң бындай осрашыуға әҙерләнеү тәбиғи. Форумдың енәйәтсел “өсөнсө Рейх”тың әле төтөнө лә таралып өлгөрмәгән харабаларында йыйылыуы һабаҡ һәм ғибрәт алыу йәһәтенән мә­ғәнәле булғандыр. Ул саҡта СССР-ҙың Ҡушма Штаттарҙағы илсеһе, Потсдам конференцияһында рәсми деле­гация ағзаһы рәүешендә ҡатнашҡан Андрей Громыко иҫтәлек­тәрендә былай тип яҙа: “Башлыҡтар бер-береһен сә­ләм­ләй, осрашыуға ҡәнә­ғәтлек белдерә ине. Ләкин “түңәрәк өҫтәл” янындағы ултырыштарға союздаш армиялар яугирҙәре, бөтөн донъя халыҡтары, һуғышта һәләк булғандарҙың рухы көт­кән йылылыҡ етмәне. Фашизм бит, түңкәрелгән донъя уның аяҡ аҫтында ятыр, тип ынтылғайны. Әммә киреһенсә килеп сыҡты: ке­ше­ләр фашист йыртҡысын сырҡырата һуҡты. Ул тупраҡта бор­ғолана. Еңеүселәр осрашты, ләкин…”
Конференция башланғандан уҡ Америка президенты менән Англия премь­ер-министры яғынан һәр аҙымда һа­ғайыу һәм сәйәси ҡоролоҡ үҙен һиҙ­ҙертеп тора. Сәғәттәр, көндәр үтә килә бындай кәйеф көсәйә генә бара. Һәр төп проблема буйынса союздаштар араһында фекер айырмалығы хасил була. Улар Герма­нияның киләсәге, тар-мар ителгәндән аҙаҡ был ил менән ни эшләү, Ҡырымда хәл ителмәгән репарациялар, Германияны демилитаризациялау һәм демократлаштырыу йә­һә­тенән ғәмәли аҙым­дар, Поль­шаның яҙмышы, немец­тарҙан ҡалған ҡоралды ҡайҙа ҡуйыу һәм башҡалар хаҡында һөйләшә. Әйткәндәй, Польша, уның сиктәре, етәкселеге мәсьәләләре әүәлге конференцияларҙа ла, союздаш илдәр башлыҡтарының бер-береһенә ебәрә торған мөрәжәғәтнамәлә­рендә лә һәр даим күтәрелә килә. Сталин, совет делегацияһы Польшаның мән­фә­ғәт­тәрен эҙмә-эҙлекле һәм ныҡлы яҡлай. Шуғалыр, хәҙер был дәүләттең сәйәси етәкселегенән рәхмәт һүҙен даими ишетәбеҙ.
Йыйындың күпселек өлөшөндә һөй­ләшеү шаҡтай ҡоро була. Тәбиғи, бер кем дә йоҙроҡ менән өҫтәл төйгөс­лә­мәй, тауыш күтәрмәй, шулай ҙа кон­ференция­ның башында уҡ унда ҡат­нашыусылар һөйләшеп килешеү юлының уғата һикәл­тәле булырын, ә бәғзе мәсьәләләр буйынса һүҙ бер­кетеүҙең мөмкин тү­гел­ле­ген аңлай. Сара барышында Иосиф Виссарионович совет делега­цияһы принципиаль ҡа­раштарҙы яҡлау менән бергә осра­шыуға ышаныслылыҡ рухы бирергә тырыша, көнбайыш уҙаҡташтарына ихтирам күрһәтә.
Потсдам тарихына әйләнеп ҡайтып, аҙаҡ тикшеренеүселәр шундай һығым­та­ға килә: Президент Трумэн конференция­ға СССР менән яҡы­най­мау, Германияны Көнбайыш иҡтиса­дына мисәүләү ниәте менән барған. Артабанғы “Маршалл планы” быны раҫланы ла инде.
Черчилль — Совет дәүләтенең күптәнге дошманы. Ул ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса хатта Рузвельтты ла “төҙәткеләргә” тартынмай. Шуға күрә Британия премьеры Потсдамдағы ҡайһы бер ябай ғына фекер алышыуҙы ла киҫкенләштерергә тырыша.
Черчиллдең уҫаллығы уның Фултон һәм Цюрихтағы сығыштарында айырыуса асыҡ күренә. 1979 йылдың ноябрен­дә Лондондың “Гардиан” гәзитендә бы­лай тип яҙыла: “Уинстон Черчилль 1948 йылдың апрелендә инглиз һәм американ хөкүмәттәрен, рустарҙа ул саҡта атом бомбаһы юҡлыҡтан фай­ҙаланып, Советтар Союзына ҡаршы ядро һуғышы башларға ҡоторта. …Йәнәһе, ҡалаларын тулыһынса юҡ итеү менән янап, рустарҙың Берлиндан һәм Көнсығыш Германиянан китеүен талап итергә”.
Потсдамда ҡабул ителгән ҡа­рар­ҙарҙың иң ҙур әһәмиәте шунда: улар, СССР халыҡтары менән Гитлерға ҡаршы коалиция илдәре өлгәшкән тарихи еңеүҙе нарыҡлап, ғәҙел донъя ҡороуға нигеҙ һала. Киләсәкте күрәм һәм уның өсөн көрәшәм тиһәң, үткәнде онотмау зарур. Икенсе донъя һуғышы барышында, унан һуң алынған һа­баҡтар кешелекте уяу булырға саҡыра. Бөйөк ғәскәр башлығы Георгий Константинович Жуков “Комсомольская правда” гәзите хәбәрсеһе Василий Песковка биргән интервьюһында былай тигәйне:
“Хәтеремдә, Вислала илап ул­тыр­ған һалдатты күргәйнем. Баҡтиһәң, ул дуҫы, әле генә һәләк булған йәш лейтенант тураһында һөйләй икән…Тыныс­лыҡ, һиллек, уҡыу, эшләү, ҡайҙа те­лә­һәң, шунда барыу мөмкинлеге беҙ­гә ҡиммәткә төштө. Беҙ, өлкән быуын кешеләре, быны һис онот­маҫбыҙ. Йәш­тәрҙең дә хәтерҙән сығармауы мөһим.
Йәштәргә йәнә шуны ла әйтер инем: еребеҙгә, еңеүҙәребеҙгә ҡа­ны­ғыусылар әүәлгесә бар һәм әле оҙаҡ булыр, тип уйлайым. Шуға күрә ҡаты һынау мәленә һәр даим әҙер булырға кәрәк”.
Ҡарт маршалдың васыятын онотмау фарыз.




Вернуться назад