Ауға барһаң айыуға...28.07.2015
Башҡортостанда дөйөм һунарсылыҡ биләмәләрендә ҡырағай йәнлектәрҙе аулауға ғариза ҡабул итеү башланды.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 3 августан 7-һенә тиклем һыуҙа йөҙөүсе, һаҙ, болон, ҡыр йәнлектәрен, сел, ҡурпысыҡ аулауға рөхсәт биреү тураһында ғаризалар ҡабул ителә. Яңы һунар миҙгелендә Асҡын һәм Мишкә райондарында ике мышыны, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Белорет, Ғафури, Йылайыр, Иглин, Мәләүез һәм Нуриман райондарында 28 һоро айыуҙы ауларға рөхсәт ителә.
Уҙған йылдарҙағы кеүек, быйыл да кейектәргә һунар итеүгә рөхсәт алыу йәрәбә буйынса билдәләнә. Уны үткәреү ваҡыты һәм урыны хаҡында һуңыраҡ хәбәр ителәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының сайтында бирелгән.