Тимер тыуҙырған ҡала28.07.2015
Башҡортостанда байрамдарҙы матур итеп ойоштора беләләр. Мәҫәлән, Благовещен арматура заводы Металлургтар көнө уңайынан тантана ойошторҙо, уның ҡала көнө менән тап килеүе бигерәк тә ҙур мәғәнәгә эйә ине.
Байрамға әҙерлек алдан башланды. Ихаталарҙың тәртипкә килтерелеүе, юлдарҙың һалыныуы һәм рәтләнеүе, парктарға йәм индерелеүе һәм башҡа эштәр – шуға асыҡ миҫал. Майҙанда иһә ҡаланың тарихын сағылдырған экспозициялар һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре ҡуйылды. Хатта кескәйҙәр өсөн бәләкәй майҙансыҡтар эшләнде.
Ул көндө күркәм мәҙәниәт һарайы халыҡ менән шығырым тулы булды. Күңелле көй яңғырай, фойеға бай күргәҙмә ҡуйылған. Ҡыҙыҡлы бер мәғлүмәт: ошо ҡалала ғүмер иткән һәр икенсе ғаиләнең тормошо данлы арматура заводы менән туранан-тура бәйле, күптәрҙең хеҙмәт кенәгәһендә әлеге предприятиеның ғына яҙыуы бар. Благовещен арматура заводының ҡаланың үҫешенә ҙур өлөш индереүен телгә алыу артыҡ.
Рәсми өлөштән һуң һәүәҫкәр артистар концерт күрһәтте. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләргә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалдары тапшырылды. Аҙаҡтан йәштәр өсөн дискотека булды.