Гөрләп тора баҫыуҙар28.07.2015
Республиканың тиҫтәнән ашыу районында иген культураларын һуға башланылар. Әле бөтәһе 1,58 мең гектар майҙанда иген сабылған, 250 гектарҙа һуғылған.
Быйыл ауыл эшсәндәренә 395 мең гектарҙа иген культураларын йыйыу бурысы тора. Шуның 269 мең гектары – арыш, 105 мең гектары – бойҙай, 20, 4 мең гектары – тритикале.
Ике районда борсаҡ менән шипкән уңышын йыйырға төштөләр. Шипкән барлығы 1919 гектар майҙанды биләй, был май культураһын һигеҙ район үҫтерә. Әлегә 600 гектарҙан ашыу майҙанда сабып һуғылған, 548 тонна ашлыҡ йыйылған, гектарынан уртаса уңыш 9 центнер тәшкил итә.
Ике төбәктә – Дүртөйлөлә һәм Ҡырмыҫҡалыла – борсаҡ саба башланылар. Бөгөнгә 58 гектар майҙанда сабылған, 50 гектар ерҙә һуғылған. Уңыш гектарынан 16, 1 центнер тәшкил итә.