Егеттәргә һаулыҡ теләйек!28.07.2015
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәү ҡалаһындағы академик Н.Н. Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник дауаханаһында Омскиҙа хәрби казарма емерелеү һөҙөмтәһендә төрлө тән йәрәхәттәре алған һалдаттар, уларҙың туғандары менән осрашты.
Владимир Петров менән Рөстәм Нәбиевтең хәле табиптар тарафынан тотороҡло ауыр тип баһалана. Улар үҙ аңында, һөйләшәләр һәм юғары сифатлы медицина ярҙамы алалар.
19 йәшлек Владимир Петров – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. “Аяҡҡа баҫырға күп ҡалманы”, – ти ул.
– Фажиғә тураһында хәбәрҙе ишетеү менән, һеҙҙең өсөн борсолдоҡ. Егеттәр ауыр хәлгә тарыны. Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Һалдаттың әсәһе Ирина Петрова Хәрби ант биреү тантанаһында була. Фажиғә тураһында вокзалда ишетә. Ә егет үҙе яҡташтарына рәхмәт сәләмдәре еткерергә ашыға. “Дуҫтарым социаль селтәрҙәрҙә ярҙам йөҙөнән төркөм булдырған. Унда бөтөн Рәсәйҙән сәләм ебәрәләр, һаулыҡ теләйҙәр. Йылы һүҙен йәлләмәгән һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм”, – ти ул.
Саҡмағош районынан Рөстәм Нәбиевтең алған йәрәхәттәре ауыр: аяҡтарын ампутациялағандар. Ул әле реанимация бүлегендә.
– Иҫән ҡалыуың – үҙе батырлыҡ. Үҙеңде көслө кеше итеп таныттың. Бөтөн уйҙарыңды һауығыуға йүнәлт, – тине Рөстәм Зәки улы егеткә.
Һалдаттарҙың ата-әсәләре, яҡындары менән аралашҡан мәлдә республика Башлығы ниндәй генә мәсьәлә килеп сыҡмаһын, туранан-тура үҙенә мөрәжәғәт итеүҙе һораны.
Рөстәм Хәмитов госпиталь хеҙмәткәрҙәренә үҙ бурыстарын юғары кимәлдә атҡарғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул Йылайыр районы егете, 23 йәшлек Илнур Ҡыуандыҡов менән дә телефон аша бәйләнешкә инде. Һалдат әлеге мәлдә дауахананан һуң Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһында шифаханала дауалана.