Һөнәрлеләр күрһәтте һөнәрен28.07.2015
Һөнәрлеләр күрһәтте  һөнәрен Республикала тәүге тапҡыр “Мәсетле оҫтаханаһы” тигән төбәк-ара конкурс үтте.

Бигерәк тә ҡулай шул бындай саралар! Берәүҙәргә үҙҙәренең шөғө­лөн күрһәтеп ҡалырға, тауарын ха­лыҡҡа тәҡдим итергә форсат тыуһа, уларҙың эшен күреп, ҡара әле, теләһәм, мин дә булдыра алам бит тигән сәм, дәрт уяна икенсе­ләрҙә. Ана, Асҡындан килгән Гүзәл Сәғи­тованың ҡайын туҙынан эшлә­гән картиналарын халыҡ нисек ҡыҙыҡһынып ҡарай! Берәүҙәр, туға­ныма ҡайһылай үҙенсәлекле бүләк, тип ҡыуана-ҡыуана һатып алһа, кемдер нисегерәк эшләүен һораша.
Балаҡатай, Нуриман, Ҡыйғы, Салауат, Дыуан райондарынан, Силә­бе, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан килгән командаларҙың парадынан һуң конкурстың төп ойош­тороусыһы – “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы башҡарма комитеты рәйесе Рәмзил Ишһарин һүҙ алып, сарала ҡатна­шыусыларҙы ихлас ҡотланы.
– Был конкурс халҡыбыҙҙың төп кәсебе һаналған һөнәрҙәрҙе үҫте­реү, өлкәндәрҙең тәжрибәһен йәш­тәргә күрһәтеү, өйрәтеү маҡса­тынан үткәрелә, – тине ул.– Артабан да ауыл эшсәндәренә ярҙам итеү партияның, республика етәксе­легенең төп бурыстарының береһе булып ҡаласаҡ.
Ярыш сәмле барҙы. Бер урында ҡатын-ҡыҙҙар йөн эшкәртеү буйын­са оҫталыҡҡа көс һынашһа, икен­се ерҙә умартасылар таһыл­лығын күрһәтте. Мәсетле районы­ның Ҡотош ауылынан Айгиз Бай­рам­ғолов әле 19 йәштә генә булһа ла йөрьәт итеп ошо конкурсҡа килгән.
– Армиянан ҡайтҡас, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә булдым, – ти ул. – Миңә был эш бик оҡшай, икенсенән, бына тигән кәсеп, йыбанма ғына.
Талдан ҡаҙ оялары, төрлө һауыт үреүселәр ҙә йәһәт кенә эшкә тотонған, хатта тегенеһен-быныһын төпсөнгән кешеләрҙе ишетмәйҙәр ҙә тиерлек. Дәрт иткәндәр ҡалдыҡ-боҫтоҡ тауар киҫәгенән бына тигән кәрәк-яраҡ тегеп ҡуя икән. Ағастан ҡойо бурау, бесән сабыу буйынса ла ярыштар ҡыҙыу барҙы.
Мейес оҫталары янында ла йәнлелек. Берәүҙәре йәһәт кенә кирбесен теҙә, икенселәре иҙмә әҙерләй. Һылыуҡайҙар иһә ҡоймаҡ өсөн ҡамыр туғый. Ярыштың шарты буйынса, мейес әҙер булғас та ут тоҡандырып, ҡоймаҡ бешеререгә тейешһең. Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылынан Динар Ғиниәтовтың, Дыуан-Мәсетленәнән Исмәғил Нәжметдинов та йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Оло йәштәрҙәге ағай мейес сығарыуҙың хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
Дүрт мең һум, – тигән яуап ишетелде.
Бәй, тиҫтәләгән ир-ат араһында бер бөртөк ҡатын да бар түгелме? Янына ашығам. Ярыш мәле, ваҡыт тығыҙ, һәр минут иҫәптә тигәндәй. Мейессенең һөйләшеп торорға ваҡыты юҡ. Салауат районының Лағыр ауылынан Нурзидә Абдуллина икән. Уға Нурлығаян Ҡәнәфиев ярҙамлаша. Ханым хаҡында ауылдаштары һөйләне:
Яҡын-тирәлә берҙән-бер мейессе ул. Харап һәйбәт сығара, хатта башҡа райондарҙан ла килеп алалар.
Бер егет:
Апай, миңә лә мейес сығарырға өйрәтерһегеҙме? – тигәс, оҫта ихлас йылмайып, ярай, ярай, тине.
Мейестәр әҙер булыу менән усаҡ яғылды, шуны ғына көтөп торған һылыуҙар табаларҙы шыжлатып, ҡоймаҡ ҡойорға тотондо. Майҙанға тәмле еҫ таралды...
Бына конкурс ахырына яҡынлашты. Оҫталарҙың һәр эшен, хәрәкәтен талапсан күҙәткән жюри ағзаларына, әлбиттә, иң-иңдәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Һәр кемдең, һәр төбәктең үҙ алымы, үҙенсәлеге тигәндәй. Шулай ҙа беренсе урынды Мәсетле командаһына бирергә тигән ҡарарға киленде. Икенсене Балаҡатай командаһы алһа, өсөнсөгә нуримандар сыҡты.





Вернуться назад