Юл хатаны ғәфү итмәй25.07.2015
Өфө районының Авдон – Подымалово юлында «ЗАЗ Шанс» автомобиленең пассажир автобусы менән бәрелешеүе бөтөн республика халҡын тетрәндерҙе. Юл-транспорт һәләкәтендә апалы-һеңлеле өс ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө.

Мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙҙар ултырған машина Николаевка ауылы яғынан Курасковоға китеп барған. Оло юлдан килгән “Мерседес” автобусын абайламағандармы? Был һорауға тикшереү һөҙөмтәһе яуап бирер. Пассажир автобусындағы 26 баланың һаулығына зыян килмәгән. Скаут хәрәкәте ағзалары Волгоград өлкәһенән Әшәгә йүнәлгән булған.
– Сәғәт төнгө өс тирәһе ине, юл сатын уҙып барғанда, ҡапыл юғары тиҙлектә еңел автомобиль килеп сыҡты. Бәрелештән ҡотолоп булманы, бары автобусты уң яҡҡараҡ бороп өлгөрҙөм, – ти водитель Дмитрий Кабанов.
Селпәрәмә килгән еңел автомо­билдәге ҡыҙҙарҙың әхирәте Алина Усманова – ауыр тән йәрәхәте менән Өфөнөң 3-сө дауаханаһы реанимацияһында. Ул аңына килмәгән әле. Ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн ҡан талап ителә.
Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, өс кешенең ғүмерен өҙгән һәләкәттә рулдәге ҡыҙ ғәйепле. Ул оло юлдан килгән автобусты үткәрмәгән...
Был ҡурҡыныс авариянан һуң йәнә ҙур тетрәнеү: Анапанан Магнитогорск ҡалаһына китеп барған автобус Ҡырмыҫҡалы районында юлдан ситкә оса. Автобуста 39 кеше, шул иҫәптән ете бала булған. Туғыҙ кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Аллаға шөкөр, һәләк булыусылар юҡ.
Республика юлдарындағы ошо һәм башҡа хәлдәр тураһында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилмет­динов һөйләне. Матбуғат конферен­цияһына ул әлеге авария урынында булғандан һуң килгәйне.
– Йыл башынан республикала 1859 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 253 кеше һәләк булған, 2288-е төрлө тән йәрәхәте алған. Иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәр арҡаһында 143 аварияла 24 кеше үлгән, 207-һе яраланған. Балалар ҡатнашлығында 168 юл-транспорт ваҡиғаһында 11 бала һәләк булған, 179-ы дауаханаға эләккән. Бөтөнөһөндә лә тәү сиратта кеше үҙе ғәйепле. Әйткәндәй, республикала юл ҡағиҙәһенә ҡағылышлы 1 миллион 237 мең административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән, – тип һөйләне идаралыҡ етәксеһе.
Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, юлда хаталарға урын юҡ. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә генә, бәлә-ҡазанан һаҡланырға була.




Вернуться назад