Тамырҙарын барлай урандар25.07.2015
Тамырҙарын барлай урандар Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ғалимдары тарафынан нәшер ителеп килгән “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китаптар серияһының Уран ырыуына арналған VII томының исем туйы райондың Йәштәр мәҙәниәт һарайында үткәрелде. Беүә йылғаһы буйҙарын бынан күп быуат элек төйәк иткән милләттәштәребеҙ вариҫтарының тамырҙарын белергә атлығып тороуы, тарихҡа битараф булмауы сикһеҙ һоҡландырҙы.


“Башҡорт ырыуҙары тарихы”ның тәүге томдары былтыр донъя күрҙе. Йәнәй, Балыҡсы, Гәрәй, Унлар, Ҡаңлы, Танып, Ҡобау, Уран ырыуҙарына арналған был бүлектәр үҙ уҡыусыһын тапты ла инде. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле тележурналист, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендәге авторҙар коллективы халҡыбыҙ өсөн бик мөһим һәм кәрәкле эшен уңышлы дауам итә. Хеҙмәт 25-26 томды берләштерәсәк тип күҙаллана.
Китаптарҙың төҙөлөшө, йөкмәткеһе ифрат ҡыҙыҡлы. Уларҙа ырыу тарихы менән бергә телгә, урындағы һөйләшкә, фольклор өлгө­ләренә ярайһы уҡ ҙур урын бирелгән. Милли үҙенсәлекте билдәләүгә арналған өлөш тә иғтибарға лайыҡ. Теге йәки был ырыу вәкилдәренең ҡайһы биләмәләрҙә көн итеүе билдәле ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы”на һәм һуңғы йылдарҙағы яңы мәғлүмәттәргә таянып күрһәтелгән. Уҙған быуаттарҙағы ревизия, Совет осорондағы халыҡ һанын алыу кампанияһы мәғлүмәттәре, бихисап архив документы күсер­мәләре йөкмәткене тулыландыра, уйҙырма­ларға, теге йәки был ырыу тарихын боҙоп йә кемгәлер кәрәкле юҫыҡта күрһәтеүгә урын ҡалдырмай. Ҡыҫҡаһы, тамырын белмәгәндәр, ете быуын ата-бабаһының исемен атай алмағандар өсөн был күп томлы хеҙмәт – ифрат файҙалы ҡулланма.
Нәҡ ошо дөйөм фекер исем туйындағы сығыштарҙа, йәнле аралашыуҙа иғтибар үҙәген биләне. Мәҫәлән, тыуған төйәгенең тарихын өйрәнеү менән күптән шөғөлләнгән Уран ырыуы башлығы Фәрит Минәзевтең “тамырҙарыңды белеү өсөн архивта соҡонорға кәрәк” тигән һүҙҙәре менән нисек килешмәйһең инде?! Әлегә бындай эшкә тотонмағандар өсөн китап менән танышыу тәүге аҙым буласаҡ. Кинәйәләп әйткәндә, ҡуйы урмандай сал тарихҡа инеп тә ҡарамайынса, уның алдындағы ваҡ сауҡалыҡта аҙашып йөрөгәндәр аҙмы ни беҙҙә? Айырыуса республиканың көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ өлөштәрендәге үҙенсәлекле шарт­тарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында күп улар. Заманындағы ҙур хата –төбәктең һөй­ләшен рәсми танымау – башҡа ҡабатланмаһын ине. Ошо һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында милли асылды, тамырҙарҙы юғалтыу, ассимиляция әлеге ерҙәрҙә көн иткән башҡорттар өсөн ифрат ҙур проблема булып тора. Быға оҡшаш хәлдәрҙең һаман дауам итеүе саң ҡағырлыҡ түгелме ни? Әйтәйек, бармаҡ башы ҙурлығындағы милли ашамлығыбыҙ бауырһаҡ һуңғы йылдарҙа тырнаҡ осондай ғына сәксәккә әйләнде. Башҡорттоң ҡурайы ла, ҡыҫҡара барып, башҡаныҡына әүерелә бара кеүек. Быуаттар төпкөлөнән бөгөнгәсә килеп еткән ҡайһы бер йырҙарыбыҙ һис ниндәй ерлекһеҙ бүтән халыҡтыҡы итеп күрһәтелә. Ул ғына ла түгел, милли ғорурлығыбыҙ булған “Урал батыр” эпосын үҙенеке итергә теләгән “саялар” барлығы хаҡында ишетелеп ҡала.
Әлеге хеҙмәттең авторҙар коллективы 40-ҡа яҡын башҡорт ырыуы тарихын бәйән итергә йыйына. Минеңсә, республиканың дәүләт флагында символик рәүештә ете тажлы ҡурай төшөрөлгәненә нигеҙләнеп, башҡорттоң ни бары ете ырыуҙан торғанын иҫбатлағандарға төплө яуап булыр ине был. Ғөмүмән, ҡайһы саҡта үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡыҫырыҡлайбыҙ түгелме? Мәҫәлән, ете һанының ниндәйҙер үҙенсәлеген тәүге урынға ҡуйып, “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” ти ҙә һөйләйбеҙ. Ысынбарлыҡта ундай урындар беҙҙә аҙмы ни?
...Сәхнәнән яңғыраған халҡыбыҙҙың боронғо йырҙары, ҡурай моңо бай тарихлы Уран ырыуына арналған китаптың исем туйын тағы ла күркәмләндереп ебәрҙе. Салауат Хәмиҙуллин әлеге хеҙмәт өсөн мәғлүмәт йыйыуҙа ярҙам күрһәткәндәргә Башҡортостан Гуманитар тикшеренеүҙәр институты етәкселегенең рәхмәт хаттарын тапшырһа, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаэль Яхин һәр яҡлап әүҙем милләттәштәребеҙгә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр өләште. Тәбрикләнгәндәр араһында ырыуының, тыуған ауылының тарихын өйрәнгән Фәрит Минәзев, Светлана Хәшимова, Фәғиз Ғайсин, нәҫеленең бай шәжәрәһен төҙөп, республика конкурсында еңеү яулаған Илһөйәр Фәрхетдинова һәм башҡалар бар ине. Сараға килгәндәрҙең барыһына ла ырыу тарихына арналған китап тапшырылды. Баҫманы ҡарап сыҡҡас, күптәр Салауат Хәмиҙуллинға, томдың авторҙаштары булған философия фәндәре кандидаты Рифил Аҫылғужин менән филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталовҡа һорауҙар бирҙе, мөрәжәғәтенә төплө аңлатма алды.
– Халыҡта мәғлүмәттәргә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙы, – тине район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов. – Һорауҙарға яуап табыр өсөн хеҙмәтте ныҡлап өйрәнергә кәрәк.
Быйыл 85 йыллығын билдәләгән Яңауыл районында йәшәгән Уран ырыуы вәкилдәре өсөн ошондай китаптың донъя күреүе – ифрат мөһим ваҡиға. Халыҡ әлеге күркәм сараны ойоштороуға күп көс һалған район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рафаэль Яхинға, уның фекерҙәштәренә ҙур рәхмәтле.






Вернуться назад