Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен Windows Phone рәсми телдәренә өҫтәү буйынса акция иғлан ителгән. Ойоштороусылар Android, IOS ҡулланған йәки телефондан бөтөнләй файҙаланмаған кешеләрҙең барыһын да акцияға ҡушылырға саҡыра.Microsoft махсус сайт булдырған, унда ҡулланыусылар үҙҙәренең идеяларын тәҡдим итә һәм оҡшаған башланғыс өсөн тауыш бирә ала. Бының өсөн күрһәтелгән һылтанма буйынса үтеп, «Vote» төймәһенә баҫырға, шунан үҙеңдең электрон адресыңды индереп, бер юлы өс тауыш бирергә була.
– Донъя йәмәғәтселегенә шуны еткерәйек: беҙҙең туған телебеҙ заманса мобиль ҡоролмаларҙың бөтәһендә лә булырға тейеш. Операция системаларын эшләүселәр бының беҙгә барыбер түгел икәнлеген белһен, — ти «Башҡорт проекттары» төркөмө етәксеһе Илдар Кинйәбулатов.
Акцияны ойоштороусылар аңлатыуынса, тауыш биреүселәр ни хәтлем күберәк булһа, маҡсатҡа ирешеү мөмкинлеге шул тиклем юғары. Элегерәк 20 мең самаһы ҡултамға йыйылһа, тәҡдимдәр ҡабул ителгән. Бөгөнгә башҡорт теле өсөн 3600 генә тауыш бирелгән.