Урамда кино ҡаранылар25.07.2015
Өфөлә II Халыҡ-ара урам киноһы фестивалендә Рәсәй режиссеры Илья Чижиковтың «Ушелец» ҡыҫҡа метражлы фильмы еңеү яуланы.
Баш ҡалала Милли йәштәр театры янындағы ике фонтан майҙанында II Халыҡ-ара урам киноһы фестивале булды. Сараға меңдән ашыу кеше килде. Фильмдарҙы ҡарағандан һуң, тамашасылар оҡшағандары өсөн тауыш бирҙе. Һөҙөмтәлә Илья Чижиков еңеү яуланы. Икенсе урында — Джао Васконың «Вагон» (Португалия), өсөнсөлә – Алексей Нужныйҙың «Петух» фильмы. Күпселек ҡалаларҙа еңеп сыҡҡан кинотаҫма фестивалдең лауреаты буласаҡ, тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар.
Халыҡ-ара фестиваль 4 июлдә Владивостокта асылды. Хабаровск, Иркутск, Красноярск, Екатеринбург, Новосибирск, Омск һәм Силәбе ҡалаларында фильмдарҙы 25 меңдән ашыу тамашасы ҡараны.
Быйыл ошо сарала ҡатнашыу өсөн 12 илдән 400-ҙән ашыу йәш режиссер үҙенең эшен ебәргән. Исемлеккә ете илдән 10 фильм индерелгән. Фильмдарҙы фестивалдә ҡатнашҡан 30 ҡаланың режиссерҙары, кинематография академияһы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һайлап алған.