Вожатый булғың киләме?21.02.2012
Е. Поспелова исемендәге “Перспектива” вожатыйҙар әҙерләү үҙәге Башҡортостандың студенттар отрядтары штабы менән берлектә 6 мартҡа тиклем вожатыйҙар әҙерләү курстарына ғаризалар ҡабул итә башланы.
Бында уҡып сығыусылар республиканың һәм Рәсәй төбәктәренең йәйге лагерҙарында, үҙәктәрендә вожатый, тәрбиәсе, физкультура буйынса инструктор, түңәрәк етәксеһе булып эшкә урынлашыу мөмкинлегенә эйә. Былтыр үҙәк 240 вожатый әҙерләгән. Ғаризалар Өфө ҡалаһы, Свердлов урамы, 55 (БДПУ-ның 3-сө ятағы) адресы буйынса дүшәмбе һәм шишәмбе көндәрендә ҡабул ителә.


Вернуться назад