Яҙмыш икенсерәк хәл итте25.07.2015
“Асҡын районында булып ҡайттым. Мәғариф бүлеге етәксеһе Рим Таһиров менән һөйләшеп ултырҙым. Мәғариф менән матбуғатты бик яҡын күреп, уларҙың яҙмышы өсөн янып йөрөгән шәхес булып сыҡты. Район мәктәптәрендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы артабан яҡшыртыу тураһында уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Һеҙҙе бик яҡшы белә икән. Сәлимйән ағай, Асҡын районында мәғариф торошо, бүлек етәксеһе Рим Таһиров тураһында мәҡәлә яҙһағыҙ ине”, — тине бер танышым. Был тәҡдимде ҡабул итеп, ихлас күңелдән яҙырға тотондом, тик яңы мәғлүмәт кәрәк булды. Беҙ осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Ләкин уйламағанда яҙмыш икенсерәк хәл итте. Мин был шиғырҙы яҙыу тураһында башыма ла килтермәгәйнем, сөнки Рим янып-көйөп, йүгереп эшләп йөрөй ине. Шиғырымды быуаттарҙан быуаттарға, быуындарҙан быуындарға тапшырылып килгән иң изге теләк менән исемләнем.


Урының булһын
ожмах түрендә

Рим Таһировтың яҡты рухына.

Яҙмыш, ҡайһы ваҡыт аяуһыҙһың,
Ниңә ҡул һуҙаһың йәштәргә?
Римдең янып эшләр сағы ине,
Ғаилә бәхетенә йәшәргә.
Яңы ғына билдәләп үткәйнек
Алтмыш йәшлегеңдең ал таңын.
Ҡулдар ҡыҫып, теләктәр теләнек:
30—40 йыл йәшә, тип тағын.
Һин әйткәйнең: “Балаларҙан уңдым,
Бигерәк тә уңдым ҡатындан.
Маҡтау һүҙҙәре лә етмәҫ кеүек,
Йәнем-бәғеркәйем хаҡында”.
Республика кимәлендә булдың
Мәғарифтың сағыу көҙгөһө.
Күптәр һинән эшкә өйрәнделәр,
Күптәр алды йәшәү өлгөһө.
Һис кенә лә ышанаһы килмәй:
Рим Таһиров вафат, тигәнгә.
Ҡолас йәйеп, янып эшләр кеше
Ер ҡуйынына ятҡан, тигәнгә.
Күҙ алдымда — һинең асыҡ йөҙөң,
Күңелемдә — алсаҡ ҡараштар.
Дуҫымды юғалтыу ифрат ауыр,
Сорнап алды ҡайғы-һағыштар.
Янымда булмағас Рим дуҫҡайым,
Хатта донъялар ҙа буш кеүек.
Йөрәк әрней, күңелем кителгән,
Бер ҡанаты һынған ҡош кеүек.
Район илай, туған-дуҫтар илай,
Йылға булып аға күҙ йәштәр.
Яҡты рухың, исемең онотолмаҫ —
Йөрәктәрҙә ул мәңге йәшәр!
Һуңғы тапҡыр бәхилләшәбеҙ бит,
Ауыр ҡайғы — Асҡын ерендә,
Һин халҡымдың тоғро улы инең,
Урының булһын ожмах түрендә!

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың
атҡаҙанған уҡытыусыһы.



Вернуться назад