Кинйәнең тере рухы ине25.07.2015
Кинйәнең тере рухы ине Альберт Юлдыбаев ағайҙы әйтәм. Кинйә Арыҫ­лановтың бабаһы Бошман батыр, дошман ҡулына эләккәс, илбаҫарҙарға баш бирмәй: «Дөйә теҙ сүкмәҫ, ыласын ятып үлмәҫ», — тигән. Альберт ағай ҙа, ғүмере буйы халҡы мәнфәғәттәрен яҡлап, үҙ һүҙен һүҙ итте, милләттәштәре өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне. Уның ил ағаһы булыуына барыбыҙ ҙа ғорурлыҡ кисереп йәшәй инек. Көтмәгәндә ауыр хәбәр килде: арҙаҡлы уҙаманыбыҙ һауалағы ыласындай йән бирҙе.


Көйөргәҙе районының Ҡу­наҡ­бай ауылы егете Альберт Юлды­баевтың исемен башҡорт халҡы үҙ тарихына берәй заман алтын хәрефтәр менән яҙырына шиге­беҙ юҡ. Барлыҡ тормош юлы, мә­ҙәни һәм йәмәғәт эшмә­кәрлеге — шуға ныҡлы дәлил.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында иле­беҙҙә үҙгәртеп ҡороу елдәре иҫә башлағас, Альберт Ғәй­фулла улы иң беренселәрҙән булып башҡорт халҡында милли рухты тергеҙеү эшенә тотондо. Кү­мертауҙа, шуның емеше була­раҡ, «Тере шишмәләр» башҡорт ха­лыҡ үҙәге ойошторолдо. Мил­ләт­тәштәре, фиҙа­кәрлеген хөрмәт­ләп, 1995 йылда уны I Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайына делегат итеп һай­ла­ны. Фекерҙәштәре менән бер­­лектә ул ойошторған һәм етәкләгән ойош­ма Күмертауҙа башҡорт мәк­тәбе, башҡорт балалар баҡ­саһы асыуҙа, башҡорт телен уҡы­тыуҙа, республикаға исем биргән милләттең мәҙә­ниә­тен үҫте­реүҙә бихисап эш башҡарҙы.
Альберт ағай бар булмышы, хол­ҡо, йә­шә­йеше менән мил­лә­тебеҙҙең өлгөлө ир-уҙа­маны ине. Тоталитар режим мил­лион­дар­ҙың башын эйҙергәндә лә, ул рухын һатманы. Шағирәбеҙ Тамара Ғәниева: «Һатмаҫ, һа­тыл­маҫ ҡыпсаҡ башҡорто ине ул», — тине был хаҡта. Шул арҡа­ла тормошо ла шыма ғына барманы. Хал­ҡым тип янып, ең һыҙғанып изге ғәмәлдәр башҡарып йөрө­гәне өсөн ике тапҡыр эшенән ҡыуылды.
Был ваҡиғалар бик үҙен­сә­лекле, шуға ла улар хаҡында яҙмай булмай. Күмертауҙың ял паркында директор булып эш­ләгән са­ғын­да А. Юлдыбаев һәр иртән «Советтар Со­юзы гимны» урынына халҡыбыҙҙың «Урал» көйөн уйната. Көн ағымында ла башҡорт халыҡ йырҙарына кү­бе­рәк урын бирелә ине. Ә партия­ның ул саҡтағы ҡала комитеты секретары парк эргәһендә генә йәшәй. Ул бер ай эсендә «Урал» көйөн тыңлап туя, ғарыҡ була, күрәһең — Юлдыбаевты, көн һа­йын саҡыртып, был «ҡырын эше­нән» тыя башлайҙар. Уны еңә алмағас, парктағы аҡса йыйғысы дөрөҫ эшләмәй, тип юҡ ғәйеп та­ғып, эшенән китергә мәжбүр итәләр.
Ә икенсе тапҡыр, «Тере шиш­мә­ләр»гә етәкселек иткән са­ғын­да, республикаға суверенитет даулағанда әүҙемлек күр­һәткәне һәм район етәксе­ләрен башҡорт кадрҙарын үҫтермәү­ҙәре, ғө­мү­мән, башҡорт рухын һын­ды­рыр­ға маташыуҙары өсөн асыҡ­тан-асыҡ тәнҡитләп сығыш яһағанға «Көйөргәҙе» совхозынан эштән ебәрәләр. Әммә Альберт бирешмәй, «Тере шиш­­мәләр»ҙең бөтөн эштә­ренең башында йөрөй; шөғөлөн дә, ашын да үҙе таба, ғаиләһен ас ултыртмай.
Иллелә ил ағаһы дәрәжәһенә ет­кәс, үҙешмәкәр артист була­раҡ, Альберт Ғәйфулла улы баш­ҡорт халҡының милли батыры һәм абыҙы Кинйә Арыҫ­ланов образын һыбай килеш, ҡу­лына һөңгө тотоп, милли ке­йем кейеп һабантуйҙарҙа, башҡа мәҙәни сараларҙа бик оҫта баш­ҡарҙы. Улар араһындағы оҡшаш­лыҡты ябай күҙ менән дә күрергә мөмкин ине. Был яҡташтарының ғына түгел, сәнғәт эшмәкәр­ҙә­ре­нең дә күңеленә бик хуш килде. Тап бына ир-уҙаманыбыҙҙың мөһа­бәт, баһадирҙарса кәүҙәһе, һын-торошо, үҙен үҙе тотошо, холоҡ-фиғеле рәссам Өлфәт Ҡо­бағошовҡа Кинйә Арыҫ­лановтың бюсын, рәссам Флүр Исмә­ғи­левкә портретын эшләргә нигеҙ бирҙе.
Көйөргәҙе егете яҡташтарын ҡурайға ылыҡтырыуға күп көс һал­ды. Районда милли музыка ҡоралының бәҫе төшкәс, ул, үҙаллы уйнарға өйрәнеп, ҡу­райҙы үҙләштереү өсөн дәреслек яҙҙы. Талантлы уҙаман республика конкурстарында лауреат исем­дәренә лайыҡ булды. Бы­ның менән генә сикләнмәне, ә Көйөргәҙе төбәгендә йәш быуын вәкилдәрен милли музыка ҡо­ра­лында уйнарға өйрәтергә кереште. Ата-әсәләр, балалар ме­нән һөйләшеү, аңлатыу эше алып барыу һөҙөмтәһендә Аҡ­һа­ры, Таймаҫ, Ялсыҡай, Илкә­нәй, Мораптал, Айсыуаҡ мәк­тәп­тәрендә, Ермолаевка ауы­лының 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә барлығы 60-тан ашыу уҡыусы ун­да шөғөлләнде. Быға уны бер кем дә мәжбүр итмәне, йөрәге ҡушыуы буйынса башҡарҙы. Ҡу­райҙарҙы үҙ аҡсаһына эшләт­те, юлға сығымын үҙ өҫтөнә алды.
Альберт Ғәйфулла улы бер ҡасан да кемдәндер ярҙам кө­төп, кешеләрҙән нимәлер өмөт итеп ултырманы. Ҡулынан кил­гәнде үҙе эшләне, тел ярҙамы талап ителгәндә, түрәләрҙең тупһа­ларын ҡат-ҡат тапап, улар менән һөйләшеп, бәхәсләшеп, хатта ҡырталашып, маҡсатына иреш­те. Кәрәк саҡта урындағы «Ильич юлы», «Ваҡыт», «Көйөргәҙе» һәм «Юшатыр» гәзиттәрендә һутлы тел менән яҙылған проблемалы мәҡәләләр ҙә баҫтырҙы.
Оҫта ҡурайсы көйҙәр, марш­тар ижад итеү менән дә шө­ғөл­ләнде. Уның, мәҫәлән, шағирә Рәмилә Иҫәнғолованың һүҙҙә­ре­нә яҙған «Кинйә абыҙ маршы»н халыҡ бик яратып тыңлай:
Ҡыпсаҡтарҙың ғорурлығы,
Яҡтылыҡтың бер нуры,
Арыҫландар нәҫеленән –
Кинйә абыҙ – ил улы.
Салауаттың көрәштәше,
Бүгәсәүҙең уң ҡулы,
Бошман батыр тоҡомонан –
Кинйә абыҙ – ил улы.
Алыштарҙа һынатмаған,
Ғәйрәт менән дан алған,
Тирә-йүнгә уҡымышлы
Абыҙ булып танылған.
Ҡыпсаҡтарҙы яуға өндәй
Изге оран – «Туҡһаба!»
Халҡы азатлығы өсөн
Кинйә абыҙ яу саба.
Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуынан
Батыр Кинйә Арыҫлан.
Ташып торған көс-ғәйрәтле
Үҙе лә ир-арыҫлан.
Альберт Юлдыбаев халҡы­быҙ тарихына арҙаҡлы ҡурайсы, күренекле мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ инеп ҡалды. Киләсәктә уның тураһында күп яҙы­лыр, күп һөйләнер, был шә­хесебеҙ өлгөһөндә яңынан-яңы йәш быуындар тәрбиәләнер әле.






Вернуться назад