Шишмәләргә һыуға төштөм...24.07.2015
Шишмәләргә һыуға төштөм... Шишмәләр... Кешелек донъяһын үҙенең татлы, шифалы һыуы менән ләззәтләндерә, йөрәктәрҙе елкендерә, сылтырауы менән һоҡландыра... Улар тураһында күпме легенда, йыр яҙылған!

Иҫке Бәшир ауылын үткәндә, зауыҡлы итеп эшләнгән, тирә-йүнгә йәм биреп торған ҡоҙоҡҡа һуғылдыҡ. Бында ял итеү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған: өҫтәл, эскәмйәләр ҡуйылған, сүп-сар ташларға махсус урын да бар. Унда үҫкән ағастарҙы, аллы-гөллө сәскәләрҙе күреп, үҙеңде әкиәт донъяһына эләккәндәй хис итәһең. Тәбиғәттең хозурлығына һоҡланыуҙан ғына ла телгә шиғри юлдар килә:
Шишмә буйҙарында үҫтем тыуып,
Үҙ ауылым шунда, үҙ йортом.
Тыныр ине йәнем, эсһәм ҡайтып,
Шишмәбеҙҙең һыуын бер йотом.
Ошо ауылда 30 йылға яҡын бригадир булып эшләгән, бөгөн хаҡлы ялдағы Вилсур Бикмәев тә килгәйне.
– Элек, беҙ бәләкәй саҡта, ауылда бер ҡоҙоҡ ҡына булды, — тине ул. — Барыбыҙ ҙа шунда йөрөнөк. Ә был ҡоҙоҡтоң һыуы таҙа, файҙалы һәм оҙаҡ һаҡлана. Көндөҙ халыҡ һыу эсеп кинәнһә, кисен йәштәр ял итергә килә. Ҡыҫҡаһы, ҡоҙоҡ тәбиғәт паркына әүерелде. Бында кешеләр ғаиләһе менән йыйылып, һөйләшеп, кәңәшләшеп, йырлап-бейеп алырға күнеккән. Һыуҙың йәшәү сығанағы икәнен аңлап, һәр кем уға һаҡсыл ҡарарға, тирә-яғын таҙа тоторға тейеш. Ошо тәрбиәне балаларыбыҙ күңеленә лә һеңдерергә бурыслыбыҙ.
Ҡоҙоҡ семәрләп биҙәлгән ҡапҡа, тимер селтәр менән уратып алынған. Был матурлыҡты тыуҙырыусы — ошо ауыл уҙаманы Ринат Баймөхәмәтов. Ул әлеге урынды 2009 йылда үҙ иҫәбенә төҙөкләндергән. Шуға күрә ауыл халҡы был ерҙе “Ринат ҡоҙоғо” тип йөрөтә. Өлгөлө ғаиләлә тыуып үҫкән ир-уҙаман гармунсы булараҡ та билдәле. Республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, гелән призлы урындар яулай. Ринат Баймөхәмәтов һымаҡ кешеләр күберәк булһа, ауылдарыбыҙ, тынмаҫ шишмәләр кеүек, бер ҡасан да йәшәүҙән туҡтамаҫ.
Ҡоҙоҡ — Иҫке Бәшир ауылының ғо­рур­лығы, саҡмағоштарҙың ял урын­да­рының береһе. Бында килгән һәр кем уның һыуын тәмләп, һыуһынын ҡан­ды­рып, тәненә һәм йәненә сихәт алып китә.






Вернуться назад