Мөфтөй яуап бирә24.07.2015
Әс-сәләмү ғәләйкүм!

– Мин бәләкәй саҡта ауылда ҡатын-ҡыҙға сәләм биреү булмай торғайны шикелле. Исламда ошондай ҡағиҙә бармы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Камил МӨСЛИМОВ.

Ишембай районы.

Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ислам “тыныслыҡ” тигән һүҙҙән барлыҡҡа килгән. “Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе һиллектә татыу йәшәргә саҡыра һәм быға юл күрһәтә”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә лә. Ә дуҫлыҡ-ҡәрҙәшлек мөхитендә берҙәм ғүмер итеүҙә иҫәнләшеүҙең өлөшө ифрат ҙур.
Динебеҙҙә “әс-сәләмү ғәләйкүм!” (Аллаһ Тәғәләнән килгән тыныслыҡ һәм Уның сәләме һеҙгә булһын!) тигән бөйөк тәбрикләү һүҙе бар. Яуап итеп, “үә-ғәләйкүм әс-сәләм!” тип әйтелә. Бындай оҙон тәбрикләү һүҙҙәре Исламда ғына бар. “Кемдер һеҙҙең менән иҫәнләшә икән, уға юғарыраҡ дәрәжәлә яуап ҡайтарығыҙ: “әс-сәләмү ғәләйкүм!” тиеүҙәренә “үә-ғәләйкүм әс-сәләм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!” тип ололағыҙ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, сәләм биргән, йәғни татыулыҡҡа ынтылған кеше Исламда юғары урында тора.
“Күңелегеҙ бер-берегеҙгә яҡын түгел, арағыҙҙа иҫәнләшеү юҡ икән, иманығыҙ камил булмаҫ, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – “Сәләм” һүҙе – Аллаһ Тәғәләнең бер исеме. Раббыбыҙ уны үҙенең рәхмәте менән ергә ебәрҙе. Һүҙҙе киң таратыуға һеҙ ҙә өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, бер-берегеҙгә сәләм биреп тороғоҙ. Әгәр ҙә шуны эшләһәгеҙ, арағыҙҙа ихтирам, мөхәббәт урынлашыр. Ислам дине татыулыҡты, тыныслыҡты һөйә”.
“Сәләм” – бөйөк кәлимә, ул ғәйәт ҙур көскә эйә: әҙәм балаларын яҡынайта, бәғзеләрҙең араһындағы һалҡынлыҡты юйып ташлап, дуҫлыҡҡа юл һала. “Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән йәннәткә кергәндәрҙең дә бер-береһенә тәбрик һүҙе “әс-сәләмү ғәләйкүм!” булыр”, – тиелгән изге Ҡөрьәндә.
Камил ҡәрҙәштең һорауына килгәндә иһә, сәләмләшеүҙең ирҙәргә һәм ҡатын-ҡыҙға тәғәйенләнгән айырым ҡағиҙәләре юҡ. Эйе, халҡыбыҙҙа гүзәл зат иҫәнләшмәҫкә тейеш тигән фекер йәшәгән. Ләкин был динебеҙгә тап килеп етмәй. Ҡатын-ҡыҙ сәләмләшергә тейеш, бер-береһенә ҡул биреп тә күрешә ала. Шулай ҙа һәр нәмәнең самаһы бар: ҡысҡырып һаулыҡ һорашыу, таныш түгел сит иргә ҡул биреү – динебеҙгә тап килмәгән эш. Һәр ғәмәл урынлы булырға, күндәмлек менән башҡарылырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙың биргән сәләменән нур таралһын, иншаллаһ.
Беҙҙең атай-олатайҙар бер-береһенең хәлен белеүгә ҙур иғтибар бүлә торғайны. Сәләмләшкәндән һуң ғаилә, бала-саға, мал-тыуар, күрше-күлән хаҡында һорашыр, изге теләктәрен әйтеп, доға ҡылыр ине. Беҙгә лә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, бер-беребеҙгә иғтибар, ихтирам күрһәтеп йәшәргә яҙһын. Сәләм бирешеүҙән тартынмайыҡ, тарһынмайыҡ. Уның хисабы юҡ, ураған һайын әйтһәң дә артыҡ булмаҫ. Аллаһ Тәғәләнең бөйөк тәбрикләү һүҙе күңелдәрҙе яҡынайтһын, тормошобоҙға нур өҫтәһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.





Вернуться назад