Изге ниәт – ярты дәүләт24.07.2015
Күптән түгел бер ирҙең “Ашығыс ярҙам” машинаһында “үлгәне” тураһында уҡыным. Йәне айырылып, табиптарҙы, үҙ тәнен ситтән күҙәтеп күпмелер торғас, көслө, сағыу яҡтылыҡтың яҡынлашҡанын тоя ул. Һуңынан тығыҙ торба һымағыраҡ ерҙән оса, ниһайәт, архивҡа оҡшаған ярым ҡараңғы урынға килеп эләгә.
Бында оҙон кейем ябынған ниндәйҙер зат әруахҡа әйләнгән меҫкенде шәхси бүлмәһен күрһәтер өсөн коридор буйлап алып китә. Мәрхүмдең тулы исем-шәрифе яҙылған ишек асыла. Келәт кеүек бүлмәлә – саңланып бөткән кәштәләр. Һәммәһе буш, берәүһендә генә остоҡтай һауыт күренә.
– Тормошоңда бер ниндәй әһәмиәтле эш башҡармағанһың, – тип аңлата күренеште “архив һаҡсыһы”.
– Туҡтағыҙ, яңылышаһығыҙ, – тип ҡаршы төшә әруах. – Ғүмеремдә күп кенә яҡшылыҡ эшләп өлгөрҙөм мин.
Ул ашыға-ашыға ҡылған изгелектәрен иҫкә төшөрә башлай: өлкәндәрҙе юл аша етәкләп үткәрҙем, мәкегә төшкән балыҡсыны ҡотҡарам тип һыуға ташландым, күрше малайға операция яһар өсөн аҡса бүлдем, түшәктә ятҡан әбейемде ҡараным, көрсөк ваҡытында, үҙемә зыян килтереп, фирма хеҙмәткәрҙәрен аҫраным…
– Быларың һаналмай!
– Нисек инде? Улар барыһы ла яҡшы эш түгелме һуң?
– Ә һин, әҙәм затынан булғас, былай ҙа яҡшылыҡ ҡылырға бурыслы. Икенселәй булһа, һөйләшеп тә тормаҫ инек.
– Улайһа, нимә иҫәпкә алына һуң?
– Бына ошо. Асып ҡара, – тип кескәй ҡапты тоттора “һаҡсы”.
Һауыттың эсендә визитка ҙурлығында карточка була. Ҡулға алыу менән ул экрандай ялтырап китеп, бер ят ирҙең йөҙө күҙгә салына, уның тулы исеме, йәшәгән ҡалаһы, инженер булып эшләүе асыҡлана. Әруах был шәхестең бөтөнләй таныш түгеллеге хаҡында әйтеп тә өлгөрмәй – аңына шундуҡ яуап ебәрелә. Баҡтиһәң, мәрхүм һигеҙ йыл элек шиғырҙар китабы сығарған була. Экрандағы кеше осраҡлы рәүештә баҫманы ҡулына эләктерә, уҡып сыға. Йыйынтыҡтағы ике генә юл уны ҡаты уйҙарға һалып, тормошон үҙгәртергә мәжбүр итә: ир эсеүен ташлап, ике йыл элек үҙе үк айырып сығарған ҡатынынан ғәфү үтенә, эш урынына кире ҡайтып, йәштән ниәтләгән пландарын бойомға ашыра.
Артабан һаҡсы албырғап ҡалған әруахҡа ваҡыт үтеүен, ҡайһы бер эштәрҙе тамамлар өсөн кире ҡайтырға кәрәклеген әйтә.
Ир “Ашығыс ярҙам” машинаһында иҫенә килә. Клиниканан сыҡҡас, ғүмерҙә аяҡ баҫмаған ҡалаға барып, инженерҙы таба. Барыһы ла “теге донъя”ла күргәндәренә тап килә. Хайран ҡалған ир бизнесын компаньонына тапшыра, ғүмер буйы туплаған аҡсаһын туғандарына тарата һәм дачаһына йәшәргә күсеп, шиғыр яҙа башлай…
“Һы, тапҡан ғәжәпләнер нәмә, әкиәт”, – тип ҡул һелтәр рациональ фекер йөрөткән иптәштәр. “Билдәле, бындай кисерештәр мейегә кислород етмәгәнлектән пәйҙә була”, – тип эре генә өҫтәп ҡуйыр кемдер. Әҙәм балаһы шул инде ул – тотоп ҡарамайынса, күрмәйенсә ышанмай. Әхирәт әллә бар, әллә юҡ, ә хәҙерге тормош ҡабатланмаҫ тип, “ғүмер бер генә” тигән девизды алға һөрөп, донъяның һутын һығып, типтереп йәшәргә тырыша бәндә.





(Аҙағы бар).



Вернуться назад