Иң ҙур байлыҡ ситкә китмәһен24.07.2015
Иң ҙур байлыҡ ситкә китмәһен Быйыл йәшенле, дауыллы, ғәрәсәтле көндәр күп булды. Бер һыуыта, бер йылыта. Аяҙ тороп та, күҙ асып йомған арала ямғыр яуып киткән саҡтар ҙа булманы түгел. Йәшендәре, ел-дауылы, 30 градуслыҡ эҫеһе тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Һауа торошоноң йыш үҙгәреүе сәләмәтлеккә лә насар йоғонто яһай.

Ҡояштан ҡасып тор

Әйтәйек, эҫене бик ауыр кисереүселәр бар. Бындай көндәрҙә юғары ҡан баҫымынан интеккән, ғөмүмән, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре менән яфаланған кешеләр айырыуса ныҡ бирешә. Сирҙе аҙҙырмаҫ һәм аңды юғалтып йығылыр дәрәжәгә етмәҫ өсөн нимә эшләргә һуң?
Табип-кардиологтар әйтеүенсә, ғәҙәттә һауа торошоноң үҙгәреүен ҡан баҫымы менән ауырығандар бик тиҙ һиҙә. Башы ауырта, йөрәге ҡаға башлай. Ә эҫе мәлдә улар үҙен тағы ла насарыраҡ тоя. Шуға ла юғары ҡан баҫымы менән интеккән кешегә ҡояш аҫтында аҙ ғына торорға ла ярамай.
Йәйге эҫе йөрәктең ишемик сире менән яфаланғандарҙың да хәлен ала. Ныҡ тирләтә, ҡан ҡуйыра. Ә йөрәк-ҡан тамырҙарында барлыҡҡа килгән төйөндәр – миокарда инфарктын тиҙләтеүгә төп сәбәп. Йөрәге ауыртҡан кешеләргә лә эҫе көндә урамда оҙаҡ йөрөргә ярамай. Етмәһә, ундайҙар һыуһынды ғәҙәттә һыу эсеп баҫырға теләй, ә был, киреһенсә, сирҙе киҫкенләштерә генә.

Нимә эшләргә?

Эҫе көндәрҙә, айырыуса төш ваҡытында, тышта аҙыраҡ йөрөргә тырышығыҙ. Сығырға тура килә икән, өҫтөгөҙгә ҡалыныраҡ туҡыманан тегелгән оҙон еңле күлдәк кейегеҙ. Башлыҡһыҙ йәки яулыҡһыҙ йөрөмәгеҙ. Баҡсала иртәнге сәғәт 10-ға тиклем һәм киске сәғәт 5-тән һуң ғына эшләргә кәрәк. Сәй, һыу һәм башҡа эсемлектәрҙе аҙ-аҙлап ҡына ҡулланығыҙ. Лимонлы сәй һыуһынды тиҙерәк баҫа. Эҫе көндәрҙә һалҡын һыу, сәй, яңы һығылған һут, кеүәҫ эсергә кәңәш ителә. Натрий ҡушылған минераль һыуҙан баш тартып тороғоҙ.

Артыҡ мауығырға ярамай

Диетологтар йәйге эҫе көндәрҙә күберәк һыу эсергә ҡуша. Күләмен иһә кәүҙә ауырлығынан сығып та иҫәпләргә мөмкин. Әйтәйек, ҙур кәүҙәле ир-ат тәүлегенә дүрт литрға ҡәҙәр һыу эсә ала, ә бәләкәсерәк буйлы, ябыҡ ҡыҙ балаға ике литрҙан да артыҡ ярамай. Гипертония менән ыҙаланғандарға, йөрәк сирлеләргә һыу менән артыҡ мауығыу кәңәш ителмәй.
Ә аш тоҙона килгәндә, Бөтөн донъя сәләмәтлек ойошмаһы белгестәре билдәләүенсә, тәүлек норма биш грамдан да артмаҫҡа тейеш, сөнки ундағы натрий артерия ҡан баҫымын күтәрә, һөҙөмтәлә баш мейеһе инсульты ҡурҡынысы арта. Бының сәбәбе ябай: натрийҙағы ун молекула һыуҙың ошондай уҡ күләмдәге күҙәнәктәрен тотҡарлай. Һөҙөмтәлә организмда һыу йыйылып, кеше шешенә, ҡан баҫымы күтәрелә. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, тоҙҙо тәүлегенә өс грамдан да кәмерәк ҡулланғандарҙың ҡан баҫымы үҙенән-үҙе нормалләшә икән.
Шул уҡ ваҡытта организм тәүлегенә 3,5 грамм калий тоҙо ҡабул итергә тейеш. Ул банан, сәтләүек, борсаҡ, йәшелсәләрҙә күп. Калий, магний кеүек үк, йөрәк ритмы өсөн бик мөһим элемент һанала.

Йәшкә ҡарамай

Сәләмәтлекте йәштән һаҡларға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа инфаркт, инсульт 40-50 йәшлек ир-атты ла аяҡтан йыға. Дөрөҫөн әйткәндә, ирҙәр әлеге сирҙәргә иғтибар биреп бармай, ваҡытында дауаланмай. Ә йөрәккә ҡан оҙаҡ ваҡыт тейешенсә килмәһә, миокарда инфаркты булыуы мөмкин. Ҡайһы саҡта ҡан әйләнеше нормала була тороп та, артерияла төйөр хасил булып, кешенең кинәт үлеп китеүе ихтимал. Баш мейеһендәге ҡан тамырҙары менән дә шулай: беренсе инсульттан һуң уҡ хеҙмәт йәшендәге ир-аттың инвалид булып ҡалған осраҡтары аҙ түгел.
Ҡыҫҡаһы, һаҡланғанды һаҡлармын, ти. Сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ, һаулыҡтың иң ҙур байлыҡ икәнен онотмайыҡ.


Вернуться назад