Иммунитетың ныҡмы?24.07.2015
Иммунитетың ныҡмы? Ауырый башлаһаң, һаулыҡтан да ҙурыраҡ, унан да ҡәҙерлерәк байлыҡ юҡлығын аңлайһың. Сәләмәтлекте һаҡлауҙы һәм нығытыуҙы табиптар эше тип кенә ҡарарға ярамай. Һәр кемдең һаулығы, эшкә һәләтлелеге – үҙ ҡулында. Сәләмәтлекте даими хәстәрләү шарт. Әйтәйек, иртәнге гимнастика тәнде сыныҡтыра, ауырыуҙан тиҙерәк ҡотолорға ярҙам итә. Ә спорт төрҙәре хаҡында әйтеп тороу ҙа урынһыҙ. Бары тик үҙеңә кәрәклеһен, оҡшағанын һайлап ала белергә, ихтыяр көсө булдырып, даими шөғөлләнергә кәрәк. Иммунитетты нығытыу өсөн табиптар дарыу үләндәрен дә файҙаланырға кәңәш итә. Һеҙҙең иғтибарға – бер нисә рецепт.

* Киптерелгән ғәҙәти һәм һары мәтрүшкәне, гөлйемеште, йүкә сәскәһен, ҡарағат, алмағас япрағын, аҡ сәскәне онтап, сәй менән бергә бешереп эсергә.
* Ер еләге япрағын емеш бирә башлағансы йыйырға кәрәк. Сәйгә ҡушып йыш эскәндә, организмдан дарыу еңә алмаған ауырыуҙы сығарырға һәләтле.
* Халыҡ медицинаһында иммунитетты күтәреү өсөн ҡурай еләгенең япраҡтарынан тыш, ботаҡтарын да ҡулланалар. Уларҙы ваҡ итеп турап (бер-ике аш ҡалағы), бер стакан һыуҙа ҡайнатып, ике сәғәт тирәһе төнәткәс, көн дауамында бер-ике тапҡыр эсергә кәрәк.
* Бер сәй ҡалағы ромашканы, йүкә сәскәһен, гөлйемеште бер стакан ҡайнаған һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Әҙер ҡайнатманы һөҙөп, көнөнә 1/3 стакан эсергә.
* Ауырыған саҡта мүк еләгенә шәкәр өҫтәп иҙеп, өҫтөнә сәй ҡойоп эсергә була.
* Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланырға кәрәк. Ике аш ҡалағы киптерелгән емеште ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы.


Вернуться назад