Юлдар, юлдар…24.07.2015
(Р. Хәмзина, “Өфөгә яҡын йәшәһәк тә…”, 2015 йыл, 22 май)

Уҡыусыбыҙ Өфө ҡалаһы янындағы Жилин, Нуғай ауылдарында юлдарҙың насар булыуына әсенеп яҙғайны. Уның мөрәжәғәтен баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенә ебәрҙек һәм түбәндәге яуап хатын алдыҡ:

“Бөгөн Нуғай биҫтәһендә 187 урам һәм тыҡрыҡ иҫәпләнә, шуларҙың 14-е – 12 саҡрымлыҡ ара – асфальтланған. 2013-2014 йылдарҙа Фронтовиктар, Механизаторҙар, Сиған, Уңыш, Парк урамдарында, Алыҫ тыҡрығында 14 мең квадрат метрлыҡ юлға ваҡ таш түшәлде.
Нуғайҙы, шулай уҡ Жилин ауылының бер нисә урамын төҙөкләндереү эшен Өфөнөң ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһына индереү тәҡдим ителде. Барыһын да баш ҡала финанслаясаҡ. Быйылға иһә биләмәләге юлдарҙы йүнәтеү, урамдарҙы яҡ­тыр­тыу эштәре күҙалланмай”.
Хатта хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йыл башынан Жилин ауылының Романтиктар, Ғаилә, Манеж, Дала урамдарында, Алыҫ тыҡрығында юлдар грейдер ярҙамында тигеҙләнгән. Артабан был эш Утар, Зөбәржәт урамдарында атҡарыласаҡ.


Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләр, урындағы етешһеҙлектәр тураһында 89374877780 номерына шылтыратып әйтә алаһығыҙ. “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре хәлде асыҡларға ярҙам итер.


Вернуться назад