Ете ҡат үлсә...24.07.2015
Өфөлә фатирымды улым­дың балаһына – ейә­немә мираҫ итеп ҡал­дырғым килә. Өҫтәүенә, ҡыҙым бар, әммә уға мөл­кәтемдән өлөш сы­ғарырға теләмәйем. Нимә эшләргә?

З. ЗӘЙТҮНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Әгәр фатирығыҙҙы ейәнегеҙгә мираҫ итеп яҙһағыҙ, һеҙ үлгәндән һуң ҡыҙығыҙ инвалид йәки хаҡлы ялда булһа, уның да күсемһеҙ милектең бер өлөшөнә дәғүә итеү хоҡуғы бар. Єгәр әле фатирҙы ейәнегеҙгә бүләк итеү тураһындағы договорға ҡул ҡуйһағыҙ, яҡты донъя менән хушлашыуығыҙҙан һуң күсемһеҙ милек мираҫ булып иҫәпләнмәйәсәк. Уға ейәнегеҙ генә хужа буласаҡ, һеҙ милексе хоҡуғынан мәхрүм ителәсәкһегеҙ. Донъя хәлен белеп булмай: ғәзиз кешегеҙҙең йәки башҡа милекселәрҙең өйөгөҙҙән ҡыуып сығарыуы ихтимал. Шуға һеҙгә ғүмер буйы йәшәү хоҡуғын биргән һатыу-һатып алыу йәки рента договорын төҙөү отошлораҡ. Єммә тағы бер нәмә тураһында оноторға ярамай: ейәнегеҙ өйләнгән булһа, киленегеҙҙең дә фатирҙың яртыһына дәғүә итәсәге хаҡында онотмағыҙ.

Хаҡтар ниңә “тешләшә”?

Магазиндағы хаҡтар элек артыҡ “теш­ләш­мәһә”, хәҙер бигерәк ҡиммәт. Ябай кеше был хәлгә ҡарата берәй нәмә эшләй аламы?

Альбина.
Өфө районы.

Хаҡтарҙы көйләү мәсьәләһе менән Монополияға ҡаршы хеҙмәт шөғөлләнә. Уның хаҡында тулы мәғлүмәт менән www/fas/gov/ru сайтында танышырға мөмкин. Бынан тыш, урындағы хакимиәткә, прокуратураға мөрәжәғәт итергә була. Өҫтәүенә, Рәсәйҙең Ижтимағи палатаһы 8-800-700-8-800 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия” ойошторғайны. Ошо һандарҙы йыйып, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар буйынса һорауҙарҙы бирергә мөмкин. Ләкин ғаризаға фотоһүрәт, хаҡ күрһәтелгән ҡағыҙ, чек кеүек документтарҙы ҡушып ебәрергә кәрәк. Иҫкәрмә: ҡайһы бер тауарҙарҙың, бигерәк тә сит илдән килтерелгәндәренең хаҡы артыуы валюта курсының күтәрелеүенә бәйле булыуы ихтимал.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.



Вернуться назад