Яҙмышы ҡыл өҫтөндә тора ине24.07.2015
Яҙмышы ҡыл өҫтөндә тора ине “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 17 ғинуар һанында баҫылған “Ауыл тергеҙелә” тип аталған хәбәрнамәгә ҡарата ниңәлер бер кем дә фекер белдермәне. Мин иһә ҡулыма ҡәләм алырға булдым.

Мәҡәләлә Күгәрсен районы үҙәге Мораҡтан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, әле бер нисә генә ғаилә йәшәгән, ташландыҡ хәлгә килгән элекке Сығарыш утары биләмәһендә яңы ауыл тергеҙеү кәрәклеге тураһында һүҙ бара. Мәсьәлә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының ултырышында ла ҡаралған. Ысынлап та, юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙы тергеҙеү республика һәм Рәсәй кимәлендәге үтә мөһим проблема икәнлеге һәр беребеҙгә аңлашыла һәм бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Мәсьәлә бик ваҡытлы, дөрөҫ күтәрелгән, был эшлекле һәм етди тәҡдимде ысын күңелдән хуплайым.
Ысынлап та, ауылыбыҙ яҙ­мышы, уның киләсәге ҡыл өҫтөндә генә тора, әле иҫән ҡалған туғыҙ йортта йәшәүселәр ҙә ауылыбыҙҙы ҡасан, ҡайҙа, нисек ташлап китергә баш вата, ҡыҙыу бәхәстәр алып бара ине.
Шул саҡта ауыл халҡы юҡҡа сыҡҡан 16 йорт хужалығын аяҡҡа баҫтырырға, төйәкте тергеҙергә, 16 яңы йорт һалырға кәрәк тип хәл итте. Һөҙөмтәлә ер биләмәләрен кәртәләп алыу, яңы йорттарға нигеҙ һалыу, бура күтәреү, ҡыйыҡ ябыу һәм башҡа төҙөлөш эштәре башланып китте.
Бөгөн ауылыбыҙҙың үрге яҡ осонда Әҙелғужиндарҙың ғына ла һигеҙ йорто ҡалҡып сыҡты, үрге ос та танымаҫлыҡ булып матурланды. Өҫтәүенә Байморатовтар ун өй төҙөй. Түбәнге оста Зәйтүнә менән Урал Искәндәровтар өр-яңы ике йорт һалды, үҙ биләмәләрен матур итеп кәртәләп, башҡа хужалыҡ объекттарына нигеҙ һалды. Уларҙан ҡалышмайынса, башҡа ауыл­даштарыбыҙ ҙа өй туйлай. Мә­ҫәлән, Фәрит Сыңғыҙов йорт һала башланы. Ҡыҫҡаһы, ауылды тергеҙеүҙә аҫыл йәштәребеҙ, уңған халҡыбыҙ еңеп сыҡты тип әйтә алам. Улар аптырап, юғалып ҡалманы, үҙ маҡсаттарына өлгә­шер өсөн аҡсаһын да, техникаһын да, кәрәкле материалын да, төҙөүселәрен дә, ваҡытын да тапты!
Төйәгебеҙҙең ғүмере оҙон, киләсәге матур, яҡты һәм бәхетле булыр тип ышанам. Халыҡтың тыныс тормоштағы был батыр­лығын вафат булған ауыл­даш­тарыбыҙға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы лайыҡлы һәйкәл тип баһаларға хаҡыбыҙ бар.
Ҡәһәрле һуғышты, уның яраларын, зыянын беҙҙең ауыл ғына түгел, тотош ил күтәрҙе, шуны оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Беҙҙә лә 25 өйҙөң береһен дә яу ялҡыны урап үтмәгән, йорт һайын тиерлек бер-ике кеше фронтҡа алынған.
Хәҙер тормош яҡшы яҡҡа үҙгәр­ҙе: шәхси хужалыҡтарҙа ат аҫрай­ҙар, кешеләрҙең шәхси транс­порты, йәғни трактор, автомобилдәре, башҡа техникаһы бар. Ауылға ҡырсынташ юл, биш йылға аша биш торба күпер һалынды. Телефон үткәрелде, һәр кемдә — кеҫә телефоны, төрлө көнкүреш техникаһы. Донъяларҙың имен булыуын, ауылыбыҙҙың яҡын киләсәктә тулыһынса тергеҙелеп, бер ҡасан да юҡҡа сыҡмауын һәм башҡа төйәктәр халҡының да ошондай юл менән гелән алға барыуын теләйем.






Вернуться назад