Ҡулдарында — бәхет асҡысы24.07.2015
Ҡулдарында — бәхет асҡысы Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә тора. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, фатир шарттарына ла етди талаптар ҡуйыла. Маҡсат — йәштәрҙе уңайлыҡта йәшәтеү.

Яңыраҡ Белорет ҡала­һында 12 етем өр-яңы фатир ас­ҡысы алып һө­йөндө. Күптән түгел саф­ҡа индерелгән йортта шулай уҡ бюджет өлкәһе хеҙмәт­кәрҙәре, йәш ғаилә­­ләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эш­сән­дәре йәшә­йәсәк.
– Ҡалабыҙ һуңғы осор­ҙа йылдам үҫә, – тип белдерҙе тантанала Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов. – Мәктәптәр, балалар баҡсалары, социаль әһәмиәтле башҡа учреждениелар сафҡа инә. Был эштәрҙең барыһы ла рес­публикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитовтың хәс­тәр­леге ярҙамында баш­ҡарыла. Ә инде дәүләт яр­ҙамына мохтаждар өсөн йорттар төҙөлөүе айырыуса шатлыҡлы. Һеҙ бөгөн ҡулығыҙға бәхет асҡысын алдығыҙ. Торла­ғы­ғыҙ яҡшы ғаилә ҡо­роуға, илгә тырышып хеҙ­мәт итеүгә, матур итеп йәшәүгә ныҡлы терәк булыр тип ышанам.
Тантананан һуң Владислав Миронов өй туй­лағандарҙың береһенә инеп сыҡты. Һәр фатирға айырым йылытыу систе­маһы ҡуйылған. Тимәк, хужа өйөн теләгән ва­ҡытта йылыта ала, йылы һыу ҙа йыл әйләнәһенә бар.
Әйткәндәй, быйыл районда етемдәрҙе торлаҡ­лы итеү өсөн республика һәм ил бюджетынан 11 миллион һум аҡса бү­ле­нгән. Йыл аҙағына тиклем йәнә һигеҙ етем баланың үҙ йорто бу­ласаҡ.





Вернуться назад