Ижади ялҡыны ҡалды24.07.2015
Башҡорт рәссамы, сценограф, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәссамдар һәм Театр белгестәре союздары, “Сыңғыҙхан”, “Инйәр” ижади төркөмдәре ағзаһы Наил Байбурин яҡты донъя менән хушлашты. Өфө халҡы уның стрит-арт стилендәге ижади эштәре менән “Башҡортостан”, “Мир”, “Галерея АРТ” галереяһында танышҡайны.
Наил Ғабдулла улы 1956 йылда Өфөлә тыуған. Мөхәммәт Арсланов һәм Ришат Нурмөхәмәтов кеүек педагогтарҙа уҡығандан һуң 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Өфө сәнғәт училищеһында белем биргән, Ҡурсаҡ театрында ҡуйыусы рәссам, баш рәссам, режиссер булып эшләгән. Утыҙҙан ашыу спектаклде биҙәшкән. Театр донъяһы менән бәйләнеше ҡайһы бер һүрәттәрендә сағылыш тапҡан.
Н. Байбуриндың шәхси күргәҙмәләре Өфөлә, Мәскәүҙә, Делиҙа үтте. Ул илдең баш ҡалаһындағы Милләттәр йортонда “Тура һыҙат” этно-артфестивален ойоштора. 1981 йылдан күргәҙмәләр менән сығыш яһай, 1992 йылдан халыҡ-ара сараларҙа ҡатнаша. Рәссамдың эштәре М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество, А. Бахрушин исемендәге театр музейҙарында, Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге шәхси күргәҙмәләрендә һаҡлана.
Д. Неру исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты, “Ҡолонсаҡ” II республика фестивале дипломанты Наил Байбурин бик күп арт-проекттарҙың етәксеһе һәм үҙенсәлекле перфоманстарҙың режиссеры ла ине. Уның хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, ә рәсемдәре ижади ялҡыны хаҡында һөйләр.