Бер сәғәттә – ҡырҡ һорау21.02.2012
Армиянан ҡайтҡан егеттәргә нисек эш табырға? Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә фатир урынына ятаҡтан бүлмә бирелгән осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Янғындан матди зыян күреүселәргә ниндәй ярҙам ҡаралған? Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Ижтимағи электрон гәзит” ойошторған онлайн- конференцияла ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе.
Конференцияла Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында инвалид балалар мәнфәғәтендә башҡарыласаҡ ҡайһы бер эштәр хаҡында әйтелде. Уларҙың иң мөһиме – инвалид баланы ҡараған эшһеҙ атай йә әсәйҙәр өсөн республикалағы минималь эш хаҡы күләмендә өҫтәмә түләү булдырыу.
Йәштәр араһында эшһеҙлектең артыуына ла күҙ йомоп ҡарап булмай, сөнки был күренеш үҙ артынан енәйәтселек, эскелек, суицид кеүек башҡа проблемаларҙы ла эйәртә. Оло быуын кешеләренең дә проблемаһы юҡ түгел. Уларҙың социаль хәлен яҡшыртыу буйынса республикала байтаҡ сара күрелә. Мәҫәлән, льготалы теш протездарына йәки уларҙы ремонтлауға хоҡуҡ бирелә, һыу һәм газ счетчигын ҡуйҙырыусыларға сығымдың 70 проценты ҡайтарыла. “Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны” исеменә бөгөн республикала 68 мең кеше дәғүә итә. Был исемде йөрөтөүселәргә 145 һумдан ашыу айлыҡ түләү ҡаралған.
Социаль өлкәләге мәсьәләләрҙе барлап бөтөүе ауыр, сөнки береһен хәл итеүгә тормош алдыбыҙға икенсеһен сығарып ҡуя. Шуға күрә Ленара Ивановаға бер сәғәттә 40-лаған һорау килеүе лә ғәжәп түгел. Интернет аша барған конференцияла уларҙың яртыһы ҡаралды, ҡалғандары “Ижтимағи электрон гәзит”ендә яҡтыртыласаҡ. Министрҙың сығышын www.i-gazeta.com сайтында ҡарарға мөмкин.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад