Фермер ярҙам көтә24.07.2015
Беҙҙең фермерҙар ҙа, шәхси ярҙамсыл хужалығын алып барғандар ҙа йәшелсә-емеш үҫтерә белә. Тик йыл һайын бер үк ҡыйынлыҡ — һатыу мәсьәләһе — алдына баҫалар. Хәҙер иһә был йәһәттән талаптар ҙа көсәйә. Сер түгел: һәр кем баҙар кәштәһе янына баҫа алмай, ҡаланыҡыларға туранан-тура барыу ҙа мөмкин түгел. Сауҙа нөктәләре иһә эшкәртелгән, төрөлгән, тауар “йөҙө” индерелгән продукцияға ғына өҫтөнлөк бирә. Кафе-ресторандар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Һәр хәлдә, проблема бар, уны хәл итеү юлын эҙләргә кәрәк.
Ошо йәһәттән Өфөлә республика фермерҙары өсөн конференция ойошторолдо, унда 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Аграрсыларҙан тыш, сарала эшкәртеүселәр, ресторан селтәрҙәре, төбәк сауҙа вәкилдәре булды.
— Аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең, эшкәртеүсе һәм һатыусыларҙың һөйләшеп, берләшеп эшләүе мөһим. Әгәр фермер яҡшы ризыҡ үҫтергән икән, ул уны ҡайҙа һаҡларға, эшкәртергә, ҡаптарға һалырға кәрәклеген белергә тейеш, — тине сығышында Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Виталий Черевков.
Рестораттар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Павел Емельянов иһә фермерҙарҙың үҙ тауарын ресторандарға тәҡдим итеү буйынса бәйләнешкә инеп бармауын билдәләне. Шуға ла был учреждениелар 80 процент аҙыҡты ситтән ала. “Беҙ диалогка барырға әҙер. Проблеманы хәл итеү юлы — аралашыу”, — тине ассоциация рәйесе.
Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Рөстәм Камалетдинов Башҡортостан сауҙа ассоциацияһының ике яҡтың баҙарын көйләү йәһәтенән бар мөмкинлеккә эйә булыуын белдерҙе.