Халыҡ мәнфәғәте һағында24.07.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Козак рәйеслегендә уҙғарылған Бөтөн Рәсәй видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Сарала энергетика һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү барышы, халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү, тармаҡҡа шәхси инвестициялар йәлеп итеү, уның дәүләт мәғлүмәт системаһын булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Кәңәшмәлә Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень инвестиция мәсьәләһен хәл итеү механизмдары тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, тиҙҙән, мәҫәлән, бәләкәй ҡалаларҙағы проекттарҙы финанслау һәм объекттарҙы яңыртыуға йәлеп ителгән кредит буйынса процент ставкаларын субсидиялау башланасаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, быйыл 15 сентябргә тиклем республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын йылытыу миҙгеленә әҙерләү тамамланырға тейеш. Әле эштең яртыһы тиерлек атҡарылған.




Вернуться назад