Баһалы хеҙмәт – илгә терәк24.07.2015
Баһалы хеҙмәт –  илгә терәк Хеҙмәт кешеһенә һәр заманда ла ҙур хөрмәт күрһәтелгән. Бөгөн дә күркәм йоланың тамыры ныҡ, алдынғы һөнәр эйәләренең абруйы юғары. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ошо көндәрҙә хеҙмәтендә ҙур уңыш ҡаҙанғандарҙың сираттағы төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырыуы – быға аныҡ дәлил.


Республика етәксеһе тәбрикләү сығышында, эшһөйәр халҡыбыҙҙың төрлө өлкәләге уңыштарына байҡау яһап, алда торған бурыстарҙы билдәләне.
– Өфөлә күптән түгел уҙған халыҡ-ара саммиттар һәр йәһәттән алдынғы була алыуыбыҙҙы иҫбат­ланы, – тине Рөстәм Зәки улы. – Йыйындың һөҙөмтәһе ҡала һәм ауылдарҙың тышҡы йөҙөнә генә түгел, ә кешеләрҙең күңеленә лә ыңғай йоғонто яһаны. Халыҡҡа ҡаҙаныш һәм уңыштар кәрәк. Был йәмғиәтте үҫтерә һәм яңы бейеклектәргә этәрә.
Рөстәм Хәмитов сығышында республиканың көс-ҡеүәтен, данын арттырыуға өлөш индергән төрлө тармаҡтарҙы телгә алды, ҡаҙа­ныштарҙың тағы ла артырына ныҡлы ышаныс белдерҙе.
Тантанала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы Фәим Мөхәмәт­шинға республика­быҙҙың иң юғары наградаларының береһе – Салауат Юлаев ордены – бирелде. Ә Х. Әх­мәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония­һын­дағы Дәүләт академия хор капел­лаһы артисы Лилиә Ҡолмөхәмәтова, “Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы” тигән юғары исем алып ҡыуанып, рәхмәтен матур йыр аша еткерҙе. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Тамара Страусованың шатлығы ла сикһеҙ: ул “Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булды.
– Хеҙмәт кешеһе ваҡытында ба­һаланырға тейеш, – тип тәьҫо­раттары менән уртаҡлашты “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова. – “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғ­лүмәт хеҙмәткәре” тигән исем алыуым менән ғорурмын. Эшеңде күрһәләр, үҙеңдә үҫеш тояһың, тағы ла алға ынтылаһың.
Ошондай уҡ юғары исемгә лайыҡ булған замандашыбыҙ – “Ашҡаҙар” радиоһының бүлек мөхәррире Фәнүзә Баһауетдинова – был награданы тотош коллективтың уртаҡ еңе­үе тип билдәләне, яңы маҡсат­тары менән уртаҡлашты.
“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы генераль директорының беренсе урынбаҫары Клара Әһлиуллина иһә Башҡорт­остандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Уның әйтеүенсә, учреждение хеҙмәткәрҙәре әле район энциклопедияларын төҙөү менән мәшғүл, был эштең төбәк өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ буласаҡ.
Был көндә шулай уҡ ғалимдар, башҡарма власть органдары вәкилдәре, табиптар, рәссамдар, ябай эшселәр һәм башҡа һөнәр эйәләре хеҙмәтенә юғары баһа алып һөйөндө.


Вернуться назад