Тейешле йорттоң ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағас та, машинаны ике тиҫтәнән ашыу “һаҡсы” уратып алды. Шулай ҙа уҫал түгел улар — “биби-бип-биби-бип” тип хәбәр ҡушырға тотондо ҡаҙ бәпкәләре. Ихата эсенә үтеү менән йәнә “сип-сип” һәм “ғол-ғол” тигән ауаздар яңғыраны. Былары иһә тауыҡ себештәре менән күркәләр ине, арыраҡ өйрәктәр ҙә күренде. Кәртә артында, “мин дә бар” тигәндәй, быҙау мөңрәп ҡуйҙы. Күренеп тора: хужалар мал йәнле, юҡһа был тиклем ҡош-ҡорт, һыйыр-кәзә аҫрап булыр инеме? Их, ат ҡына етмәй һымаҡ был батшалыҡҡа...“Башҡортостан” гәзитен алдырыусылар араһында уны яңы ғына уҡый башлағандар ҙа бар, ғүмере буйы яҙылғандар ҙа байтаҡ. Файза апай Вахитова ла баҫманы оҙаҡ йылдар алдыра. Элегерәк төрлө гәзиттәргә яҙылһа, “Хәҙер почта йәшниге тарайҙы”, — ти ул. Шулай ҙа, бер нимәгә ҡарамаҫтан, “Башҡортостан”дан айырылырға уйы юҡ. Уныңса, сере бик ябай: мөһим мәғлүмәттәр ҙә бирелә, фәһемле ваҡиғалар ҙа яҡтыртыла, файҙалы кәңәштәр ҙә етерлек.
— Яратҡан баҫмамдың хәбәрселәрен күреүҙән дә шатлыҡлыраҡ хәл юҡ был донъяла, — тип ҡаршы алды ул беҙҙе. Ә апайҙың “Башҡортостан”ға яҙылыусылар араһында үткәрелгән лотерея һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булғанын һөйөнсөләгәс, нисек балҡып киткәнен күрһәгеҙ икән!
— Отоштан бәхет бар минең. Совет заманында бер ваҡыт теген машинаһы алғайным, хәҙер бына ат! — тип шатлығын йәшермәне Файза Ғәни ҡыҙы. — Өфөлә йәшәгән Зәкирә Вәлиуллина һеңлемә рәхмәт инде – редакцияға квитанцияны көсләп тигәндәй ул ебәрттерҙе.
Әйткәндәй, Файза апайҙы өйөндә яңғыҙын тап иттек. Кем уҡыуҙа, кем эштә, тигәндәй… Ошо Табылды ауылы егете Салауат ҡасандыр кәләште алыҫтан – Күгәрсен яҡтарынан алып ҡайта. Колхоздарҙың гөрләп торған сағы – урындағы йәшәйешкә үҙ өлөштәрен индерергә ниәт ҡылып, йәштәр ауылда ҡала. Ҡала еренә хас һөнәр һайлап, полиграфия училищеһын тамамлаһа ла, Файза аптырап ҡалмай – ауыл ҡыҙы бит, ең һыҙғанып эшкә тотона. Һыйырын да һауа, гектар-гектар сөгөлдөрөн дә утай, райпо магазинында ла эшләп ала. Ире иһә — механизатор.
Өс балаға ғүмер бирә улар. Сабыйҙары иркендә үҫһен тип, йорт һалып сығалар. Ике улдары башлы-күҙле булып, үҙ донъяларын ҡорған инде. Кинйәләре әлегә студент — Өфө дәүләт авиация техник университетының тәүге курсын тамамлаған.
— Йорт тултырып мал аҫрайбыҙ, бер нисә йыл элек ат та бар ине. Әммә шәхси ихатанан алған табыш та, урындағы хужалыҡта эшләү ҙә, уларға ҡушып, минең пенсия аҡсам да бала уҡытырға етмәй шул, үкенескә ҡаршы. Шуға ирем Себер тарафтарына эшкә сығып китте, — ти ул. Шулай шул, сит илдә түгел, Өфөлә лә белем алыуы осһоҙҙан түгел хәҙер.
Эйе, ауыл ерендә йәшәүе еңел түгел. Күптәр шәхси, фермер хужалыҡтарынан табыш ала. Кем белә, бәлки, киләсәктә Стәрлебаш яҡтарына йәнә сәфәр ҡылып, күпләп башҡорт тоҡомло йылҡы аҫраусы Вахитовтар хаҡында яҙырға насип булыр. Һәр хәлдә, быға нигеҙ һалынды...