Бик үк яңы булмаһа ла, яңынан “йән өргәс”, “КамАЗ”ға һоҡланып туймаҫлыҡ. Ана бит, үләнде өйөп тейәгән дә елдерә генә. Ирекһеҙҙән йөк машинаһын ул хеҙмәт иткән хужалыҡ менән сағыштырып ҡуйҙым: «деталдәре» иҫкереп, тарҡалыу ҡурҡынысы янаған ойошма бөгөн йәнә гөрләп эшләй. Ә сере нимәлә һуң?..
«КамАЗ» сенажды бушатыу менән, ҡеүәтле “К-700” тракторы уны тығыҙларға тотондо. Әйткәндәй, мал аҙығы үҙенсәлекле итеп әҙерләнә икән бында: үләнгә арыш та ҡушалар – шулай туҡлыҡлыраҡ була.
— “Күндерәк” ауыл хужалығы предприятиеһы бөлөү алдында ине. Инвесторҙар ярҙамында ул яңы һулыш алды. Мал һаны ишәйә, кешеләргә эш урыны булдырыла, хеҙмәт хаҡын аҡсалата алалар, — ти район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм агросәнәғәт комплексы буйынса урынбаҫары Фәрит Исмәғилев.
— Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районынан һауын һыйырҙары ҡайтарылды. Былтыр һауым бер баш малдан 13 литр булһа, быйыл 18-гә етте, — тип һүҙгә ҡушыла хужалыҡ етәксеһе Дато Кардаво. — Әммә был сик түгел – киләсәктә ике тапҡырға арттырырға планлаштырабыҙ. Мал һанын да күбәйтергә уйлайбыҙ.
– 4 мең гектар сәсеү майҙаны бар. Унда иген, сөгөлдөр, бесән һәм башҡа төр культура үҫтерәбеҙ. Быуа быуып, балыҡ үрсетергә ине. Маҡсаттар күп, эшсе ҡулдар ғына етешһен. Уларға бер аҙ ҡытлыҡ булды, ләкин был мәсьәлә лә яйлап хәл ителә: бөгөн хужалыҡта өс ауылдан 100-ҙән ашыу кеше эшләй, күптәр Себерҙән кире ҡайта башланы, — ти хужа, кадрҙар мәсьәләһен дә ҡайғыртып.