Урамға йәм инде22.07.2015
Урамға йәм инде – Ҡара әле, тирә-йүнгә йәм инеп ҡалды!
– Шулай шул!


Хәлекәй ауылының Ҡушҡайын урамында йәшәгән халыҡтың ҡыуанысы ҙур – юлға асфальт һалалар. Был көндө күптән көттө улар. Юғиһә ямғырлы саҡтарҙа юл үтеп сыҡҡыһыҙ булып иҙелә, ҡоро ваҡытта күтәрелгән саң тын алырға форсат бирмәй. Йорт тәҙрәләренә, ихаталағы әйберҙәргә бер иле туҙан ҡуна.
Стәрлебаш юл ремонтлау-төҙөү участкаһы бригадаһының Рәлиф Кәримов етәкселегендәге юлсылары үткән кесе йомала эш башланы. Бригадала туғыҙ уҙаман, техника етерлек, уларға 1 километр 550 метр оҙонлоҡта юл түшәйһе бар. Егеттәр үҙ эшен намыҫ менән башҡара. Халыҡтың ҡыуанысы уларға көс-дәрт өҫтәй.




Вернуться назад