Фәнүр ТУҠТАРОВ: “Тауарҙы үҙебеҙҙә етештереү яҡлыбыҙ”22.07.2015
Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров менән әңгәмә ҡорорға йыйынған саҡта уның хәтеренә хайран ҡалыусылар: «Һандарҙы ҡағыҙына ла ҡарамай һөйләй», — тигәс, ышанмай торҙоҡ. Осрашыу барыһын да хәл итте: Фәнүр Зөфәр улы һандар атау ғына түгел, төбәктең тормошон күҙгә ҡарап бер тында һөйләп бирҙе. Шулай булғас, бындағы тәртипте үҙегеҙ ҙә самалай алаһығыҙҙыр.

— Фәнүр Зөфәр улы, бөгөн нимәләр менән мәшғүл стәрлебаштар?
— Һәүетемсә йәшәп ятабыҙ. Бесәнде та­мамланыҡ — 14 500 тонна әҙерләнде. Халыҡтың 80 проценты был эште әлеге көнгә башҡарып сыҡты, бер-ике көндән ҡалғаны шул һөҙөмтәгә ирешер, тип уйлайым. Иң ҙур бурыс булып уңыш йыйыу тора, әлбиттә. 37 400 гектар майҙанда иген культураһын һуғып алырға өмөтләнәбеҙ. Һауа торошо һәйбәт булһа, аҙна-ун көндән был эште башҡарып сығыр өсөн 67 комбайндың һәммәһе лә сафта, әҙер. Ҙур хужалыҡтар әле сенаж әҙерләү менән мәшғүл, улар беҙҙә — 14.
Йәйен – сана, ҡышын арба әҙерлә, ти халыҡ. Фермаларҙа ремонт бара, эштең 80 проценты башҡарылған да инде. Әле хужалыҡтарҙың һәр аҙбары дезинфекция үткән. Иген, башҡа төрлө уңышты һаҡлау биналары әҙер.
Бюджет объекттары ла – иғтибар үҙәгендә. Республиканан уларҙы ремонтлау өсөн 3 миллион 400 мең һум аҡса бүленде. Әлеге мәлдә, мәҫәлән, Ҡалҡаш мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт башҡарыла, Ҡарағош мәктәбенең түбәһе алмаштырыла, балалар баҡсаларында ла эш ҡайнай.
— Билдәле булыуынса, Стәрлебаш — агросәнәғәт буйынса алға киткән райондарҙың береһе…
— Һуңғы өс йылда районда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын, ғаилә фермерлығын үҫтереү буйынса ныҡлы эш алып барыла. Үҙ эшен булдырырға, малын ишәйтергә теләүселәргә төрлө яҡлап ярҙам итәбеҙ. Әйтәйек, 17 кеше үҙ бизнес-проектын яҡланы, уларҙың алтыһы грант алды, ошо көндәрҙә йәнә сафҡа өҫтәлеүселәр буласаҡ. 1 миллион 800 һумдан алып 3 миллион 600 мең һумғаса грант аҙ ярҙам түгел. Әйткәндәй, республикала былтыр бирелгән 89 гранттың бишеһен беҙҙекеләр алды. Ауыл хужалығын үҫтереү йәһәтенән республика етәкселегенең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ – гранттар отҡанда, районға техника ҡайтҡан мәлдә шул хаҡта йыш уйланам.
Эшҡыуарлыҡҡа урындағы кимәлдә лә аҡсалата ярҙам итергә тырышабыҙ: күптән түгел фотосалон асыуға 30 мең һум йүнәлтелһә, 70 мең һумға тоҡомло һыйыр малы һатып алынды.
Мал тотҡас, халыҡ ит кенә һатмай бит, баҙарға һөтөн дә, ҡаймағын да алып сыға. Ошоларҙы иҫәпкә алып, быйыл район бюджетынан күп мал тотҡан ғаиләләргә 15 һөт айырғыс бүләк ителәсәк.
Ауыл халҡы йәшелсә-емеш тә үҫтерә. Беҙ продукцияны үҙебеҙҙә етештереү яҡлы, шуға хәҙер районда теплицалар ишәйеүен һиҙәһегеҙҙер. Мәҫәлән, мин апрель башында уҡ үҙемдең баҡсалағы ҡыярҙы ашайым. Әммә үҙең өсөн үҫтереү — бер, ә һатыуға сығарырлыҡ итеп етештереү – башҡа. Әлеге тармаҡ буйынса, әйтергә кәрәк, эшләргә теләгән егеттәр бар. 20 сутый ерҙә үҫтереп һатҡандар бар араларында. Уларға ярҙамға район иҫәбенән йәнә һигеҙ теплица алынды.
— Район иҡтисадын үҫтереүсе башҡа тармаҡтар буйынса нимә әйтә алаһығыҙ?
— Барлығы 28 700 гектар урман бар. Был тиклемде халыҡ үҙе генә эшкәртеп бөтә алмай, йылына ни бары 50 гектар ерҙә ағас киҫелә. Ә ул бит ҡасан файҙаланырҙар икән тип көтөп ултырмай: үҫә, ҡартая һәм сереп ауа. Шуға ошо йүнәлештә эшләгән егеттәрҙе күрге килә. Әлбиттә, таҡта ярыу цехтары бар ул, әммә әҙ.
Шул уҡ ваҡытта Стәрлебаш ауылы янында ғына алты миллион кубометрлыҡ балсыҡ ятҡылығы бар. Тейешенсә тикшерелгәндән һуң, ул ҡыҙыл кирбес эшләүҙә ҡулланырға яраҡлы тип табылды. Ике инвестор килеп, ятҡылыҡты өйрәнеп тә китте. Әммә иҡтисади хәлгә бәйлелер, күрәһең, уларҙан әлегә яуап юҡ. Атап әйткәндә, кирбес заводы төҙөлмәй ҡалды. Ғөмүмән, инвесторҙар табыуы ауырыраҡ, сөнки, беренсенән, тимер юл йыраҡ, икенсенән, ҡаланан алыҫбыҙ. Уның ҡарауы, төҙөлөш буйынса алға китеш бар. Район үҙәгендә шәхси компаниялар йорт төҙөп һата. Шулай итеп, башлыса ауыл хужалығы һәм төҙөлөш иҫәбенә үҫешә район.
— Проблемалар ҙа юҡ түгелдер?
— Көндәлек мәсьәләләр етерлек. Республика кимәлендә хәл итәһеләре лә юҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, тәү сиратта халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, хеҙмәт мөнәсәбәттәре. Ҡайһы берҙә эш урыны менән тәьмин итеүсе хеҙмәткәрҙәрен ҡағыҙҙа теркәргә ашығып бармай, теркәһә лә, эш хаҡын «конверт менән» өләшә. Шул юл менән һалымдан, пенсия фондына иғәнәләрҙән ҡасырға тырыша. Нисек кенә булмаһын, хеҙмәткәр социаль яҡланмаған булып сыға. Һуңғы ваҡытта ошондай күренешкә ҡаршы ныҡлы көрәш башланыҡ. Прокуратура һәм башҡа хеҙмәттәр менән берлектә рейдҡа сығабыҙ, етешһеҙлекте асыҡлайбыҙ. Бөгөнгә 189 кеше эш урынында рәсми килешеү төҙөнө.
-— Иҡтисад үҫешә, эш урындары булдырыла. Шулай ҙа Стәрлебаштың киләсәге балаларға, йәштәргә бәйле бит әле…
— Башта шуны әйтеп китергә кәрәктер: былтыр районда 176 бала донъяға килде. Тыуым яҡшы, әммә балалар баҡсаларына (3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларҙы күҙ уңында тотам) сират юҡ. Яңыраҡ ҡына бер нисә баҡса асылды. Һәр бер ауыл биләмәһендә лә эшләй улар. Йәмғеһе 32 баҡса. Мәктәптәр буйынса ла көндәлек мәшәҡәттәр генә. Район мәғариф идаралығы ҡарамағындағы 56 бинала ла эш бара.
Йәштәрҙе районда ҡалдырыу йәһәтенән байтаҡ көс һалабыҙ. Үҙ эшен башлаусыларға матди ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ, кәңәш артынан да киләләр. Йәш ғаиләләрҙән район үҙәгендә яңы биҫтә барлыҡҡа килде. Ер участкалары бүленгән ҡола яланда электр линияһы һуҙылды, һыу үткәрелде. Был ике йыл эсендә 100-ҙән ашыу өй барлыҡҡа килде. 18 ғаилә яңы йорттарында ҡышланы ла инде, быйыл иһә йәнә 60 ғаилә өй туйларға тора. Төньяҡ биҫтәлә йәнә 780 ер участкаһы буласаҡ, шул иҫәптән 340-ы бүленгән дә инде. Бынан тыш, «Йорт комплекты» программаһы буйынса эш алып барабыҙ. Теләктәре булғандарға эш тә, йәшәргә урын да бар, ситкә генә китмәһендәр.
— Фәнүр Зөфәр улы, Стәрлебашҡа килеп инеү менән яҡшы юлға тап булаһың. Ғөмүмән, районда тәртип һәм бөхтәлек күҙгә ташланып тора. Уңыш серен сисмәҫһегеҙме?
— Юлдарға килгәндә, барыһы ла сығымдарҙы дөрөҫ бүлеүҙән башлана. Яңынан асфальт түшәй торған урынды ямауҙан ни фәтүә? Шулай уҡ «Башкиравтодор» менән дә уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ, депутаттарыбыҙ ҙа ярҙамға килә. Әйтергә кәрәк, ҡар ирей башлағансы уҡ беҙҙең юлдарҙа ҡар бөртөгө лә ҡалмай. Был иһә уларҙы һаҡлап ҡалыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә.
Ғөмүмән, бөхтәлеккә килгәндә, шуны әйткем килә: ошо ерҙә тыуып үҫкән һәм хеҙмәт юлымдың күп өлөшөн бында үткәргән кеше булараҡ, миңә һәр баҫыу таныш. Юлдарҙы ла шулай уҡ биш бармағымдай беләм. Ошо йәһәттән эш алып барыуы еңелерәк. Ҡабул итеү көндәрендә ишеткән тәҡдимдәр, тәнҡит ярҙам итә. Бынан тыш, ауылдан йөрөп эшләүем дә күп нәмәгә асыҡлыҡ индерәлер.
Шулай ҙа күберәк халыҡ араһына сығырға, кешеләр менән йышыраҡ аралашырға, хужалыҡтарҙың хәлен белеп торорға кәрәк. Шул саҡта ғына тулы тәртип буласаҡ. Йомғаҡлап әйткәндә, яҡшы юлдарға ғына түгел, мал, техника менән тулы ихаталарға, кәртә арттары буйлап һуҙылған бесән өйөмдәренә лә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙҙә тырыш, берҙәм кешеләр йәшәй. Бындай халыҡ менән эшләүе – үҙе бәхет. Серҙең осо, бәлки, ошонда килеп ялғаналыр…

Фәнүр ТУҠТАРОВ: “Тауарҙы үҙебеҙҙә етештереү яҡлыбыҙ”Фәнүр Туҡтаров 1960 йылда Стәрлебаш районының Ҡарағош ауылында донъяға килә. 1983 йылда Ауыл хужалығы институтын (хәҙерге БДАУ) тамамлай.
Хеҙмәт юлын шул уҡ йылда «Искра» колхозының баш агрономы булып башлай. Артабан «Ашҡаҙар», «Спутник» колхоздарын етәкләй.
ХХ быуаттың 90-сы йылдары аҙағында райондың хакимиәт башлығы урынбаҫары, райпо рәйесе булып эшләй. Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хеҙмәт итә, баш ҡаланың Октябрь районында хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡара.
2011 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 2012 йылдан иһә Стәрлебаш районын етәкләй.


Вернуться назад