Омск ҡалаһындағы казарма емерелеү һөҙөмтәһендә Башҡортостандан биш егет һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Өс егет иһә – Мәскәү ҡалаһындағы дауаханаларҙа. Уларҙың һаулығын әлеге мәлдә табиптар күҙәтә, егеттәр тейешле медицина ярҙамы ала. Ейәнсура районынан Илнур Ҡыуандыҡов һауығыуға бара. Дауахананан һуң ул реабилитация курсы үтәсәк. Илнурға 24 йәш. БДУ-ның тарих факультетын тамамлағандан һуң, хәрби хеҙмәткә китә.
Стәрлетамаҡ егете Владимир Петровтың хәле тотороҡло тип баһалана. Уның эргәһендә – ата-әсәһе.
Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиевтең иһә хәле әлегә ауыр. Ул аңында булһа ла, оҙайлы дауалау талап ителә. Әсәһе уның янында.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы һалдаттарҙың яҡындарын ҡунаҡханаға урынлаштырыу, туҡландырыу өсөн сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле тарафынан да һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. “Башҡортостан” гәзите иһә егеттәрҙең тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләй.
Әйткәндәй, әлеге фажиғә тағы бер башҡорт егетенең ғүмерен өҙҙө: Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы халҡы Азат Шәңгәрәев (һүрәттә) менән бәхилләште. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, Азат билдәле стронгмен Эльбрус Ниғмәтуллинда шөғөлләнгән, уға ҙур өмөт бағланған. Апрель айында ғына 18 йәше тулған.