Премияға кемдәр дәғүә итә?22.07.2015
Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына 27 эш тәҡдим ителде. Шуларҙың бише — әҙәбиәткә, икеһе — архитектураға, егермеһе сәнғәт өлкәһенә ҡағыла.
Сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре тәҡдим ителгәнгә тиклем кәмендә бер йыл алдан башҡарылған һәм төҙөлгән, әҙәбиәт өлкәһендәгеләре матбуғатта баҫылып сыҡҡан, музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, кино һәм телевидение әҫәрҙәре концерттарҙа, күргәҙмәләрҙә, премьераларҙа, радио һәм телевидение аша йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарылған булырға тейеш.
Абруйлы вәкилдәр ингән баһалама комиссияһы дәғүәселәр араһынан өс еңеүсене һайлап аласаҡ. Лауреаттар Республика көнөндә бүләкләнә. Премия күләме 150 мең һум тәшкил итә.