Ер һатыуға ҡаршыбыҙ!22.07.2015
Яңы Байрамғол халҡы бик сетерекле хәлдә тороп ҡалды. Ауылыбыҙ янындағы 22 гектар майҙандағы ер, ябай халыҡ менән килешеп тә тормайынса, һатыуға ҡуйылды. Йыйылыш үткәреп, беҙҙең менән кәңәшләшеүҙе лә кәрәкле тип тапманылар. Сауҙа көнө итеп 26 июль билдәләнгән.


Ауылда күпселек кеше был ҡарарға ҡырҡа ҡаршы, сөнки шәхси хужалығы булған ғаиләләр көтөүлектәрен, йәғни йәшәү сығанағын, юғалта­саҡ. Әле шәхси ҡураларҙа йәмғеһе 300 баш һыйыр малы, шулай уҡ һарыҡ-кәзә бар. Нормаға ярашлы, 120-150 баш мал булғанда, көтөү булдырылырға тейеш.
Беҙ ерҙе фермер хужалыҡтары өсөн ҡуртымға биреүгә ҡаршы түгелбеҙ, ләкин ул ауылдан алыҫта бүленһен. “Байрамғол агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бишенсе бүлексәһенә ҡараған ер майҙандары (Айыубаҡырған, Суҡмуйыл, Хөмәйрә яланы һ.б.) буш ята. Ғаиләләребеҙ, балаларыбыҙ, киләсәгебеҙ яҙмышына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, ауыл хакимиәте ябай кешеләрҙең фекерен иҫәпкә алһын һәм ҡарарҙы граждандарҙың йыйылышы нигеҙендә ҡабул итһен ине.

И. Ғафаров, Р. Ғарипов, Л. Зарипова, З. Фазлетдинова, А. Мөхәмәҙиев, Р. Ғибәҙәтов, С. Сәғитуллин, Р. Сәғитуллина, Н. Хәмбәлиев һәм башҡалар – йәмғеһе 27 ҡултамға.



Вернуться назад