Күперелеп үлән үҫкәнгә, күпереп һөт тула күнәккә22.07.2015
Күперелеп үлән үҫкәнгә, күпереп һөт тула күнәккә Иртәнге һауын. Ҡояш нурҙары ер өҫтөн йылытып, үләндәрҙән ысыҡ бөртөктәрен киптереп тә өлгөрмәгән, һауыттарға ап-аҡ һөт күпереп тула. Үлән еҫе, һөт еҫе. Их, ошонан да хушлыһы булыуы мөмкинме һуң?!


– Беҙҙең апайҙарҙың ҡайһыһын ғына телгә алһаң да, барыһы ла уңған, дөйөм эштә лә, өйҙә лә тырыш. Айырып ҡына әйтеүе лә ҡыйын, — ти Салауат исемендәге хужалыҡ рәйесе Наил Баһауетдинов.
Хужалыҡта мал ишле. Йәйләүҙәрҙә 1 800 баш һыйыр малы утлай, шуларҙың 430-ы һауыла. Һауын эҫе көндәрҙә лә, һалҡынайтып алғанда ла, һәр һәүкәштән 20-шәр литрҙан төшмәй. Мал ауырлығының артымы көнөнә 600 грамм тәшкил итә. Сере ябай уның: өҫтәмә рәүештә витаминлы ҡушымталы аҙыҡ бирелә.
Нәбирә Рафиҡова менән Зөлфирә Мотаһарова ғүмерҙәрен малсылыҡҡа арнаған. Һөнәрҙәрен яратып баш­ҡарғанға эш ҡарышмай — алдын­ғылыҡты биргәндәре юҡ. Коллективта ла хөрмәт ҡаҙанғандар. Йәштәргә бар яҡлап та өлгө булырлыҡ әхирәттәр былай ти: “Эшеңде яратһаң, ауылда ла гөрләтеп йәшәп була”.


Вернуться назад